Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель , 15:01

7 йәштән 24 йәшкә тиклемге балалар һәм йәштәр өсөн төбәк-ара «Мин. Финанстар. Донъя» конкурсы

Башҡортостан уҡыусылары һәм студенттары VII төбәк-ара «Мин. Финанстар. Донъя» тип аталған журналистика, тикшеренеү һәм әҙәби эштәр конкурсында ҡатнашырға саҡырыла.

Конкурста Рәсәйҙә йәшәгән 7 йәштән 24 йәшкә тиклемге балалар һәм йәштәр ҡатнаша ала.

Конкурс бер нисә этапта үтә:

1. Ғаризаларҙы һәм эштәрҙе ҡабул итеү - 2024 йылдың 26 апреленә тиклем.
2. Конкурс финалсыларын билдәләү - 2024 йылдың 27 апреленән 1 июненә тиклем.
3. Еңеүселәрҙе һәм дипломанттарҙы бүләкләү - 2024 йылдың июнендә.

Бөтәһе 3 номинация: 7 йәштән 11 йәшкә тиклем, 12 йәштән 17 йәшкә тиклем, 18 йәштән 24 йәшкә тиклем. Тулыраҡ мәғлүмәт - ошонда: vk.cc/cw8C6X.

Еңеүселәр һәм призерҙар - диплом, ҡалған ҡатнашыусылар сертификат аласаҡ. Финалсыларҙың етәкселәренә һәм уҡытыусыларына рәхмәт хаттары тапшырыла.

Бынан тыш, бер ҡатнашыусыға, йәш категорияһына һәм номинацияларға ҡарамаҫтан, «Гран-при еңеүсеһе» исеме бирелә.

Конкурс эшен «Мин. Финанстар. Донъя» билдәһе менән [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк

Конкурстың бөтә нескәлектәре — положениела: vk.cc/cw8Cq8.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: