Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март , 15:53

Күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙең бурыстары

Күп фатирлы йортта йәшәһәгеҙ, ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк? Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре иҫкәртә.

Фатирҙы йәшәү өсөн генә файҙаланырға: торлаҡ булмаған фондҡа күсермәйенсә унда магазин йәки офис асырға ярамай.

Республика ҡануниәтенә ярашлы, эш көндәрендә - 23:00 сәғәттән 7.00-гә тиклем, ял көндәрендә 23:00 сәғәттән 9.00-ға тиклем тынлыҡ һаҡларға, тағы ла 13:00 сәғәттән 15-кә тиклем - тын сәғәт. Был ваҡытта тауышты көслө итеп ҡабыҙырға, музыка ҡоралдарында уйнарға ярамай.

Таҙалыҡ талаптарын үтәү: сүп-сарҙы контейнерҙарға ғына ташлау һәм фатирҙы тәртиптә тотоу. Юғиһә, күршеләр «Роспотребнадзор» йәки полиция саҡырырға хоҡуҡлы.

Дөйөм ҡулланылыштағы урындарҙа: лифтта, подъезда, подвалда, баҫҡыс майҙансығында йәки сарлаҡта тәмәке тартмағыҙ. Бындай урындарҙа тәмәке тартҡан өсөн штраф ҡаралған. Шулай уҡ, балкондағы тәмәке төтөнө күрше фатирға эләкһә, штраф һалына.

Шулай уҡ уҡығыҙ:

▫ «Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт» мобиль ҡушымтаһы аша иҫәпләгес күрһәткестәрен нисек тапшырырға?

▫ Күп фатирлы йорттоң дөйөм мөлкәтен ҡарау нимәне аңлата?

▫ Өҫкө ҡаттағы күршеләрегеҙ фатирынан һеҙҙекенә һыу аҡһа, нимә эшләргә?

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: