Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март , 10:18

Күсемһеҙ милекте бүләк итеү тураһында нимә белергә кәрәк?

Күсемһеҙ милекте бүләк итеү тураһында нимә белергә кәрәк? «Росреестр»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре аңлата.

Бүләк итеү - мөлкәтте икенсе кешегә бүләккә бушлай биреү.

Күсемһеҙ милек объекты яҡтар ҡул ҡуйған килешеү нигеҙендә "Росреестр"ҙа хоҡуҡ теркәлгәндән һуң ғына бүләк алыусының милкенә әйләнә.

 Бүләк итеү тураһындағы килешеүҙе ябай яҙма һәм нотариаль формала рәсмиләштерергә мөмкин. Әгәр күсемһеҙ милек (фатир, милек хоҡуғындағы өлөш, торлаҡ йорт) бүләк ителһә, документта:
- объекттың урынлашҡан адресын;
- майҙанын;
- кадастр номерын;
- бүләк итеүсенең милек хоҡуғы барлыҡҡа килгән көндө;
- ниндәй нигеҙҙә барлыҡҡа килеүен;
- бүлмәләр һанын;
- ниндәй ҡатта урынлашыуын күрһәтергә кәрәк.

Күсемһеҙ милек объектын бүләк итеүсе мәрхүм булғандан һуң тапшырыуҙы күҙ уңында тотҡан килешеүҙең әһәмиәте юҡ тип һанала.

Милек хоҡуғы бүләкләнеүсегә күскәндән һуң бүләк итеү килешеүен суд тәртибендә генә өҙөргә мөмкин. Әгәр бүләк алыусы бүләк биреүсенең, уның ғаилә ағзаларының йәки яҡын туғандарының ғүмеренә һөжүм итһә йәки бүләк итеүсегә аңлы рәүештә тән йәрәхәттәре эшләһә, бүләк итеү эшен (шулай уҡ суд тәртибендә) юҡҡа сығарырға мөмкин.

Бүләк ителгән фатир өсөн һалым түләргә кәрәкме?

Әгәр бүләк биреүсе һәм бүләк алыусы ғаилә ағзалары йәки яҡын туғандар: ир менән ҡатын, ата-әсә һәм балалар (шул иҫәптән уллыҡҡа алыусылар һәм уллыҡҡа алынғандар), олатай, өләсәй, ейән-ейәнсәрҙәр, туғандар булһа, һалым түләргә кәрәкмәй.

Әгәр күсемһеҙ милекте яҡын булмаған туған кеше бүләккә алһа, закон буйынса ул объекттың кадастр хаҡының 13 проценты күләмендә килем һалымы түләргә тейеш.

Килешеүҙе рәсмиләштереү өсөн документтарҙы «Росреестр»ға тапшырырға кәрәк. Быны:
• нотариус;
• Күп функциялы үҙәк офисы;
• "Роскадастр" офисы;
• "Росреестр" сайтындағы шәхси кабинет сервисы (vk.cc/caFqht) аша эшләргә мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: