

Кешегә һыуыҡ та, эҫе лә, ай ҙа, ҡояш та ярамай, тейҙәр. Әммә күп проблемаларҙы үҙебеҙ тыуҙырабыҙ бит.
Әле бына көндәр ныҡ эҫе тора. Халыҡ бер-береһенә ихтирамлыраҡ булһа ине. Автобусҡа ултырған һайын беҙҙең кешеләрҙең тупаҫлығына аптырайһың. Бер-береһен этеп барып ултыралар. Барыбер урын ҡала бит инде. Юҡ, мотлаҡ этеп үтер кәрәк. Ярай, йәштәр йәки балалар шулай ҡыланһа. Пенсиялағы ололар шулай бер-береһен этеп үтеп китә. Аптырарһың!
Тағы бер йән көйгән нәмә, эҫе булғас барыһы ла тирләй, әммә йәмәғәт урынына барғанда йыуынып йөрөргә була бит. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр автобусҡа килеп инеү менән тын алырлыҡ түгел!
Эҫе көндәр үтер ҙә китер. Ә бына кеше тураһында алама фекер ҡалыр. Бәләкәй генә ҡалала бер-беребеҙгә ихтирамлы булайыҡ!
Әсмә апайығыҙ.