Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Март 2022, 10:05

Халыҡты уйлаған магазиндар ҙа бар!

Улар йыл аҙағына тиклем халыҡ өсөн мөһим булған аҙыҡ-түлеккә хаҡ арттырмау тураһында үҙ-ара килешеү төҙөнө. Афарин!

Халыҡты уйлаған магазиндар ҙа бар!
Халыҡты уйлаған магазиндар ҙа бар!

Беҙҙең төбәктең «Полушка», «Байрам», «Лукошко», «Дворик», «Аиф», «Альдо», «Малинка», «Корзинка», «Апельсин», «Ярмарка” сауҙа селтәрҙәре аҙыҡ-түлеккә хаҡ арттырмау тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйҙы. Был селтәрҙәр икмәк, шәкәр, һөт продукцияһы, ҡайһы бер йәшелсәгә йыл аҙағына тиклем хаҡты күтәрмәҫкә хәл итте.

Уларҙан башҡа сауҙа үҙәктәре лә өлгө алһа, уларға ҡушылһа, яҡшы булыр ине. Әлеге ваҡытта күп магазиндарҙа хаҡ артыуын күҙәтәбеҙ. Әйтерһең, беҙ сит илдә етештерелгән аҙыҡ-түлекте ашап ятабыҙ. Хәйер, “уныһы бөтә, быныһы бөтә” тигән хәбәргә ышанып, үҙебеҙ ҙә аҙыҡ-түлекте күпләп алып намыҫһыҙ оптовиктарҙы һәм ҡайһы бер сауҙа нөктәләрен шаштырып ебәрәбеҙ. Хаттин ашҡан хаҡтарҙы күрһәгеҙ 8(347) 216-53-78 Ҡыҙыу линияһы”на шылтыратығыҙ! Һеҙгә магазиндың адресын, ниндәй аҙыҡ-түлеккә һәм күпмегә хаҡ артыуын әйтергә кәрәк буласаҡ. Был һеҙ биргән мәғлүмәтте тикшереп, сара күреү өсөн кәрәк.

Бәлки, беҙҙең Баймаҡта ла хаҡын ныҡ арттырған сауҙа нөктәләре урынына «Полушка», «Байрам», «Лукошко», «Дворик», «Аиф», «Альдо», «Малинка», «Корзинка», «Апельсин», «Ярмарка” селтәрҙәренең магазиндары асылыр? Халыҡтың хәлен аңлап, хаҡты тотҡан бындай сауҙа нөктәһенә һәр кем ҡуш ҡуллап риза булыр ине.

Гүзәл Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: