Ватан һағында
23 Июля , 11:20

Өмөттәре әле өҙөлмәгән...

Ләкин кеше тәҡдиренә төшкәнде күрмәй, гүргә инмәй, икән шул. Аҡ ҡорбандар саланһа ла, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. 2024 йылдың сентябрь айы батыр улдар тәрбиәләгән әсәгә ҙур ҡайғы килтерә. 11 сентябрҙә улы Мозафар: “Әсәй, беҙ ун көнгә хәрби заданиеға юлланабыҙ. Унда бәйләнеш юҡ. Минең өсөн борсолма. Мине көт”, - тип шылтыратып иҫкәртеп ҡуя. Ун көндө Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы бармаҡ менән һанап көтөп ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мозафары бәйләнешкә сыҡмай ҙа, сыҡмай. Хәбәре юҡ та, юҡ. Ә инде 23 сентябрҙә улы Фаиль шылтыратып: “Әсәй, мин бәйләнеш булмаған ергә инәм. Мозафар тиҙҙән сығыр ул. Уның менән һөйләшә торорһоң. Мине юғалтма”, – тип белдерә. Ул шул ваҡытта Константиновка йүнәлеше буйынса һуғышҡа инә. Ике улын да бер-бер артлы хәрби заданиеға оҙатҡан әсә доғаларын уҡып, улдарын көтә башлай. - 2024 йылдың сентябрендә Мозафар һәм Фаиль улдарым тураһында бер-бер артлы ҡот осҡос хәбәр еткерҙеләр, - тине Дилә апай күҙ йәштәрен йотоп...

- Хәйерле иртә, балаҡайҙарым... Фаиль улым, тыуған илең өсөн фиҙа булған йәнең тыныслыҡ тапһын инде. Ә Мозафар улым, һин ҡайҙа икән? Әсәйең һағынды бит, тиҙерәк ҡайт инде. Көтәм бит, көтәм...

- Тыныс йоҡо, балаҡайҙарым. Имен-һау таң аттырайыҡ. Фаиль улым, мәңгелек йоҡоң тыныс булһын. Мозафар улым, ҡайҙарҙа ғына баш төртөп, ял итәһең икән? Ундай мөмкинселек бармы? Асыҡмайһыңмы?..

Өй стенаһына элеп ҡуйылған махсус хәрби операцияла ҡатнашып, батырҙарса һәләк булған Фаиль улының, һәм хәбәрһеҙ юғалған Мозафар улының фотоларына ҡарап, яугир батыр улдар тәрбиәләгән әсә иртәнсәк торһа ла, кис йоҡларға ятһа ла шулай һөйләшергә күнеккән. Йөрәк ярып сыҡҡан бәғерҙәренең юҡлығына бер ҙә генә лә ризалашмай. Һағына... Көтә... Өмөтләнә...

Ниғәмәт ауылында йәшәүсе Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы Мырҙағәлина алдына Яҙмыш ғәлийәнәптәре һынауын сығарып ҡына тора. Уның тормош иптәше иртә генә мәрхүм була. Шуға күрә лә йөрәк ярып сыҡҡан өс улын тәрбиәләп үҫтереүгә яңғыҙына күп көс түгергә тура килә. Уларҙы уңған, эште яратырға, ҡурҡмаҫҡа, ғәҙел булырға өйрәтеп үҫтерә.

- Ишмырҙа ауылында тыуып үҫтем, - тине үҙе менән таныштырып Дилә апай. - Татыу ғаиләлә алты ҡыҙ, бер малай булдыҡ. Атайым эшһөйәр, йыр-моңға ғашиҡ булды, гармунда уйнаны. Әсәйебеҙ ҙә уңған хужабикә ине. Әле миңә 61 йәш, әммә шулай булһа ла атайым Вәлиәхмәт Әхмәт улы һәм әсәйем Бибикамал Вәли ҡыҙы Хамзиндар ҡарамағында үҫкән бала сағымды һағынам. Иң бәхетле мәлдәрем: бер ниндәй күҙ йәштәрһеҙ, проблемаһыҙ, ғәмһеҙ шул саҡтарым булған икән.

Дилә Мырҙағәлина мәктәптә яҡшы уҡый. Бәләкәй саҡтан йә адвокат, йә балалар баҡсаһы мөдире буласаҡмын, тип хыяллана. Әммә тормош һынауҙары уны бөтөнләй икенсе юл менән алып китә. Учалыла йәшәгән апаһына ярҙам итеү маҡсатында уның эргәһенә барырға мәжбүр була. Шунда ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә. Шул йылдарҙа Афғанстанда хәрби бәрелеш башлана. Ашнаҡсы һөнәрен алған ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе шунда ебәреү өсөн төркөм әҙерләйҙәр. Патриотик рух көслө булған Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы ла теләк белдерә. Был хаҡта белгән ата-әсәһе уның паспортын йәшерә. Шул сәбәпле ул бара алмай тороп ҡала. Ә шулай ҙа ғаиләнең тотҡаһы булған бер-бөртөк ҡустыһы Артур Хамзин ике йыл Афғанстан Республикаһында интернационал бурысын үтәп, имен-һау әйләнеп ҡайта.

Күп тә үтмәй, Дилә апайҙың әсәйе аяғын һындырып, ярҙамға мохтаж була. Шунлыҡтан уға Учалынан кире ауылға әйләнеп ҡайтырға тура килә. Баймаҡ 87-се һөнәрселек училищеһында сәс ҡырҡыуға уҡый. 1987 йылда Иҫән егете Самат Сакин менән өйләнешә. Йәш ғаилә Себергә сығып китә. Шунда улдары Рәил менән Фаиль тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош һынауҙары арҡаһында йәш ғаилә тарҡала. Ике балаһы менән яңғыҙ ҡалған Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы Сибай ҡалаһына ҡайтып төпләнә. Эшкә урынлаша. Балалары ла яҡшы уҡыуҙары, тәртиптәре менән һөйөндөрә. 2002 йылда Дилә апай тағы ла бәхетен һынап ҡарарға була. Түбәнге Яйыҡбай ауылынан Ҡәнзәфәр Мырҙағәлингә кейәүгә сыға. Ике улы менән ҡәйнә-ҡайны йортона килен булып төшә. Улар шунда уҡ уртаҡ тел табып, матур итеп донъя көтәләр. Бер аҙҙан йәш Мырҙағәлиндар ғаиләһе Ниғәмәт ауылында йорт һатып алып, үҙ аллы донъя көтә башлай. Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп, улдары Мозафар донъяға килә. Дауахананан ҡайтҡан көндә үк яңы тыуған ейәненә ҡартатаһы ҙур ҡыуанысынан тай бүләк итә.

- Улыма исемен осраҡлы һайламаныҡ, - тине Дилә Мырҙағәлина. -  Атайымдың бер туған ағалары Ҡәнзәфәр һәм Мозафар Хамзиндар Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған. Уларҙы ғүмер буйы көттө ул. Бер сиған ҡатыны атайыма: “Үлмәҫ борон бер ағайыңды күрәһең”, - тигән. Шуға атайым икеһенең береһе ҡайтыр ул, тигән өмөт менән йәшәне. Әлеге иптәшемде таныштырыр өсөн ауылға алып ҡайтҡас, атайым Ҡәнзәфәрҙе күрҙе лә аптыраны. “Шул ҡәҙәр ҙә ағайыма оҡшағанһың, исемең дә шулай, кәүҙәгә лә”, - тип буласаҡ иремде атайым ҡабул итеп, фатихаһын бирҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өсөнсө улымды ул күрә алмай, баҡыйлыҡҡа күсте. Яңы тыуған бәпесемә атайым ғүмер буйы һағынып көткән Мозафар ағаһының исемен ҡуштыҡ. Бөгөн ҡәҙерле кешебеҙ риза булып яталыр, тип уйлайым.

Мозафар Мырҙағәлин бәләкәстән бик шуҡ, отҡор бала булып үҫә. Яҡшы уҡыуы менән һөйөндөрә. Ата-әсәһе кеүек гармунда ла һыҙҙыра. Спортты ла ярата, ҡурайҙа, баянда, гармунда, ҡумыҙҙа, гитарала уйнай. Мәктәп тормошонда бик әүҙем була. Йыр конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Мәктәптең 9-сы класын тамамлағас, Баймаҡтағы 105-се һөнәрселек училещеһына килә һәм иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Хәрби комиссариаттың йүнәлтмәһе буйынса Рәсәй ДОСААФ-ының Баймаҡ бүлексәһендә “В” һәм “С” категорияларына уҡый. Шул саҡта уҡ ул ил тыныслығы өсөн һуғышта ҡатнашҡан ата-бабаларының, ағайҙарының яҙмыштары, фронт юлдары менән ҡыҙыҡһына башлай. Тап шул ваҡытта ни өсөн уға Мозафар тигән исем биреүҙәренең тарихы менән таныша. Бынан ул оло ғорурлыҡ кисерә. Афған, Чечен республикаларында барған хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан Артур, Рушан, Эдик ағайҙарының һалдат тормоштары менән ҡыҙыҡһына. Һөҙөмтәлә әсәһен алдан уҡ хәрби хеҙмәткә саҡырылғас та, артабан контракт буйынса хеҙмәт итәсәге хаҡында иҫкәртә. Һәм шулай эшләй ҙә.

- 2022 йылдың июнендә Мозафар армияға алынды, - тип хәтирәләргә бирелде Дилә апай. - Уларҙы Хабаровск крайына алып киттеләр. “Фаиль ағайҙың присягаһына Воронежға барҙың, миңә лә килерһең ул”, - тип һораны. Әлбиттә, барасаҡмын, тип вәғәҙә биреп, тороп ҡалдым. Аҙаҡ шылтыратты ла килмәҫкә әйтте. Хәрби часҡа тиклем поезда һигеҙ көн барғандар ине. Шунлыҡтан ыҙалап йөрөмә, тине минең өсөн борсолоп.

Баҡтиһәң, Мозафар Мырҙағәлин август айында хәрби ант ҡабул иткәс тә, бер төркөм егеттәре менән МХО биләмәһенә юлланған булған. Шуны белеп тә ул әсәһенең килмәүен һораған. Илебеҙгә ҡурҡыныс янағанда бер ҙә икеләнеп тормай, ысын патриот булараҡ, Рәсәй Оборонаһы министрлығы менән контракт төҙөй.

Махсус хәрби операция барған биләмәгә юлланыр алдынан ул ҡәҙерле кешеһенә шылтыратып: “Әсәй, ултыраһыңмы, тораһыңмы? Баҫып торһаң, ултыр. Мин – Украинала, махсус хәрби операцияла. Бында бер кемде лә ғәйепләмә. Миңә һин бары тик фатихаңды бир. Шул ваҡытта бөтәһе лә яҡшы буласаҡ”, – ти ул.

- Күкрәгемдән йөрәгем сығырҙай булып килһә лә, улымдың ҡарарын хөрмәт менән ҡабул иттем, - тине Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы. – Ләкин һынауҙар бының менән генә тамамланмаған икән. 2022 йылдың 26 сентябрендә Фаилю улым мобилизацияға эләкте. Өфөлә эшләп йөрөгән еренән йыйынырға өс кенә көн биргәндәр. Такси менән генә ҡайта һалып, кәрәк әйберҙәрен туплап, кире Өфөгә сығып китте. Шулай итеп ике улым да махсус хәрби операцияға юлланды. Минең өсөн шул ваҡыттан ут йотоп йәшәүҙәр башлана. Минең хәлемде үҙ башынан кисергән әсәйҙәр генә аңлайҙыр.

Ысынлап та, ике улы ла ут эсендә йөрөгән әсә өсөн тыныс тормош тамамлана. Улдары шылтыратһа, ишетмәй ҡалмайым, СМС-хәбәр яҙһалар, бәйләнеш булғанда яуап яҙып өлгөрәйем, тип телефонын йөрәк тәңгәлендә тотоп, һәр ваҡыт үҙе менән йөрөтә. Улдары өсөн борсолоп, төрлө сығанаҡтар аша фронт яңылыҡтары менән даими танышып бара.  Улдарына исемле гуманитар ылау оҙатыу өсөн күп көс һала. Был сауаплы эштә уға туғандары, ауыл халҡы, дуҫтары, класташтары ла ярҙам күрһәтә. Улар өсөн Дилә апай бөгөн дә ҙур рәхмәтле.

- 2023 йылдың июнендә улым Мозафар, тағы ла өс көндән улым Фаиль ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып төштө, - тип хәтирәләргә бирелгәндә Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙының йөҙҙәре яҡтырып китте. – Икеһенең дә күкрәгендә миҙалдар балҡый ине. Улар өсөн ҡыуанып, ғорурлыҡ кисерһәм дә, йөрәгемде ҡурҡыу тойғоһо баҫып алды. Сөнки ундай награда бушҡа ғына бирелмәй. Тимәк, ниндәйҙер мөһим хәрби заданиены, үҙ һаулыҡтарын һәм ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, уңышлы атҡарып сыҡҡандар. Ҡорбан салдырып, аят уҡыттыҡ. Уларға бирелгән ике аҙна ваҡыт күҙ асып йомған арала ғына үтте лә китте. Улдарымды ҡаршы алып, кире фронтҡа оҙатырға бөтә ауыл халҡы, туғандар, дуҫтар, ауылдаштар, класташтар йыйылды. Балаҡайҙарымды шулай ҙурлағандары өсөн барыһына ла ҙур рәхмәтлемен.

2023 йылдың ноябрендә Фаиль улы, ә 2024 йылдың ғинуарында Мозафар улы икенсе тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып төшә. Тап ошо ҡайтыуҙарында Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы улдарының йөҙҙәрендә ҙур үҙгәреш булыуын күрә. Аҙ һүҙле, тирә-яҡты туҡтауһыҙ күҙәтеп, тыңланып, үҙҙәрен һаҡ тотоуҙарын күреп, әсә йөрәге тағы ла ҡәҙерле кешеләре өсөн хафалана башлай. Иҫәпле генә һәм ҡәҙерле көндәр үтеп тә китә. Әсәй кеше балаларына ҡорбан салдырып, уларҙы Хоҙай ҡулына тапшырып, изге теләктәрен әйтеп, тағы ла күпмелер ваҡытҡа билдәһеҙлеккә оҙатып тороп ҡала.

2024 йылдың йәй айҙары Ниғәмәт ауыл биләмәһенән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ете яугирҙең әсәләре һәм ҡатындары үҙ-ара һөйләшеп, ҡорбанға эре мөгөҙлө аҡ төҫтә мал салдырырға ҡарар итә. Хоҙай Тәғәләнән тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын, яугирҙәренең имен-һау ҡайтыуҙарын ялбарып һорайҙар. Ҡорбан ашына йөҙ кеше саҡырыла. Һәр яугиргә атап доғалар ҡылана.

Ләкин кеше тәҡдиренә төшкәнде күрмәй, гүргә инмәй, икән шул. Аҡ ҡорбандар саланһа ла, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай.

2024 йылдың сентябрь айы батыр улдар тәрбиәләгән әсәгә ҙур ҡайғы килтерә. 11 сентябрҙә улы Мозафар: “Әсәй, беҙ ун көнгә хәрби заданиеға юлланабыҙ. Унда бәйләнеш юҡ. Минең өсөн борсолма. Мине көт”, - тип шылтыратып иҫкәртеп ҡуя. Ун көндө Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы бармаҡ менән һанап көтөп ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мозафары бәйләнешкә сыҡмай ҙа, сыҡмай. Хәбәре юҡ та, юҡ. Ә инде 23 сентябрҙә улы Фаиль шылтыратып: “Әсәй, мин бәйләнеш булмаған ергә инәм. Мозафар тиҙҙән сығыр ул. Уның менән һөйләшә торорһоң. Мине юғалтма”, – тип белдерә. Ул шул ваҡытта Константиновка йүнәлеше буйынса һуғышҡа инә. Ике улын да бер-бер артлы хәрби заданиеға оҙатҡан әсә доғаларын уҡып, улдарын көтә башлай.

- 2024 йылдың сентябрендә Мозафар һәм Фаиль улдарым тураһында бер-бер артлы ҡот осҡос хәбәр еткерҙеләр, - тине Дилә апай күҙ йәштәрен йотоп. – 1 декабрҙә улым Фаилде алып ҡайттылар. Ул Украинск ҡалаһында барған яуҙа батырҙарса һәләк булған. Балаҡайымды Түбәнге Яйыҡбайҙа ерләнек. Ә инде Мозафар улым тураһында әле булһа бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ. Әсирлеккә эләккәндер, тип уйлайым. Көтәм балаҡайымды, ҡайтыр ул, ҡайтасаҡ, өмөтләнәм...

Батырҙарса һәләк булған бер улын ерләгән әсә, икенсеһенең табылырына ҙур өмөт менән йәшәй бөгөн. Мозафарҙан бер ниндәй ҙә хәбәр булмауы менән ризалашмай ул. Йөрәге был ҡара ҡайғыны ҡабул итмәй. Шунлыҡтан үҙе улын эҙләргә тотона. Ике тапҡыр Дондағы Ростовта урынлашҡан моргка барып ҡайта. Унда табылмауына һөйөнөп, терелер ул, тигән өмөт менән улын эҙләп табыуҙа ярҙам һорап, төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт ебәрә. Социаль селтәрҙәр аша махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, әсиргә эләгеүселәр тураһындағы төркөмдәрҙе көнөнә генә лә бер нисә тапҡыр инеп, тикшереп сыға. Әсиргә эләгеүселәр тураһында төшөргән бер видеояҙмала улына оҡшаған яугиргә тап була. Шуға күрә лә ул: “Мозафар улым тере. Тере ул, ҡайтасаҡ”, - тип ҙур түҙемһеҙлек менән йәшәй. Ошо өмөт яугир әсәһенә йәшәргә көс бирә лә инде.

Фаиль – йор һүҙле, һәр ваҡыт ҡояш һымаҡ йылмайып йөрөгәс, уға “Смайлик” позывнойын бирәләр. Ә  Мозафар торғаны бер артист: йырлай ҙа, музыкант та. Шуға ул “Муза” позывнойын һайлай. Әйткәндәй, махсус хәрби операцияға барғас та ул гитара һатып алған. Ял минуттарында гитарала уйнап, йырлап егеттәренә көс биргән.

Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙының Фаиль һәм Мозафар улдарының икеһе лә хәрби хәрәкәттәр ветераны булып таныла. Фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн уларға “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалдары тапшырыла. Фаиль Сакин һәләк булғандан һуң, ә Мозафар Мырҙағәлин хәбәрһеҙ юғалғас, “Батырлыҡ өсөн” ордендары менән наградлана. Бынан тыш Мозафарға “Авдеевканы алған өсөн” миҙалы тапшырыла. 

Бөгөн Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы балалары хаҡына фронтҡа ярҙам итеүҙән туҡтамай. Ирекмәндәр менән бер сафҡа баҫып, яугирҙәргә булышлыҡ итә. Ләкин уның изге йөрәге тағы ла киңерәк мәрхәмәтлелек күрһәтә. Ауыл мәҙәниәт йортона музыка ҡоролмалары бүләк иткән. Ниғәмәт ауылындағы янғын һүндереүселәргә мотопомпа алып бирә. Мәсеттәргә һәм ауыр хәлдә ҡалыусыларға ярҙам ҡулы һуҙа. Уның бындай ихласлығы бары тик улы Мозафар менән бәйле.

- Бәлки, ҡайҙалыр улым Мозафар ҙа шундай ярҙамға мохтаждыр, - тине яугир әсәһе. – Күрһәткән изгелектәрем балағынама әйләнеп ҡайтып, еңеллектәр бирһен. Уға ла ярҙам итһендәр, имен-һау йөрөһөн, тигән өмөт менән йәшәйем.

Бөгөн Дилә апайҙың йыуанысы – өлкән улы Рәил, килене Айгөл, ейән-ейәнсәрҙәре: Даниил, Денис, Дим, Рияз, Зарина. Улар Ниғәмәт ауылында йәшәй. Матур итеп донъя көтәләр. Көн дә Дилә апайҙа булып, хәлдәрен белешеп торалар. Батыр улдар тәрбиәләгән Дилә Мырҙағәлина “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” һәм “Яугир әсәһе” миҙалдары менән наградланған.

Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы иһә үҙе көнө-төнө Хоҙай Тәғәләнән илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын ялбарып, улы Мозафарҙы көтә. Өмөтөн өҙмәй.

Лилиә ТАКАЕВА.

 

Өмөттәре әле өҙөлмәгән...
Өмөттәре әле өҙөлмәгән...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас