Муллаҡай ауыл китапханаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан, "Найк" позывнойлы яугир менән осрашыу үтте. "Түңәрәк өҫтәл" артындағы йәнле һөйләшеү "Найк"ка төрлө һорауҙар биреүҙән башланды. Яугир уҡыусыларҙың һәр һорауына ентекле яуап бирҙе. Осрашыуҙың аҙағында укыусылар "Мин башҡорт балаһы" йырын башҡарҙылар һәм үҙҙәре яҙған өсмөйөшлө хаттар тапшырҙылар, ул хаттарҙы яугир үҙенең иптәштәренә тыуған яҡтарынан ялҡынлы сәләм итеп тапшырасағын белдерҙе.
"Уҡытыусылар Әнүзә Ҡотлоғужа ҡыҙы һәм филиал етәксеһе Рәмилә Рәхмәт ҡыҙы яугиргә изге теләктәрен еткерҙе. "Найк" сараға буш ҡул менән килмәгән ине. Ул тормош юлдашы Гүзәл менән уҡыусыларға күстәнәстәрен биреп ҡыуандырҙылар. Беҙҙең бер генә теләк, ергә именлек килһен, күк йөҙө аяҙ, күңелдәребеҙ һәр саҡ тыныс булһын, яу яланындағы егеттәребеҙ имен-һау тыуған яҡтарына, атай-әсәйҙәренә, ғаиләләре янына ҡайтырға насип итһен", - ти китапханасы Әлфиә Ханафина.