Ватан һағында
2 Декабря 2025, 03:55

Аҡ юл һеҙгә, егеттәр!

Көҙгө саҡырылыш-2025 кампанияһы аҙағына яҡынлаша. 28 ноябрҙә Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр районы хәрби комиссариатынан 10 егет хәрби хеҙмәткә юлланды. Буласаҡ һалдаттарҙы оҙатырға ата-әсәләре, туғандары, дуҫтары килде. 

Көҙгө саҡырылыш-2025 кампанияһы аҙағына яҡынлаша. 28 ноябрҙә Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр районы хәрби комиссариатынан 10 егет хәрби хеҙмәткә юлланды. Буласаҡ һалдаттарҙы оҙатырға ата-әсәләре, туғандары, дуҫтары килде. Улар егеттәргә изге теләктәрен еткерҙе, фатихаларын бирҙе.

Имен юлдар, яҡшы хеҙмәт, тоғро дуҫтар теләйбеҙ һеҙгә, буласаҡ ил һаҡсылары! Теүәл бер йылдан осрашҡанға тиклем!

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас