Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
29 Октябрь 2025, 15:43

Геройҙар беҙҙең арала

Ишей ауылында "Геройҙар беҙҙең арала" исемле патриотик сара үтте...

Ишей ауылында "Геройҙар беҙҙең арала" исемле патриотик сара үтте. Ул ошо ауылда тыуып үҫкән, махсус хәрби операцияла ҡатнашып батырҙарса һәләк булған яугир Динислам Ҡарасуринға арналды. Ауыл клубының мәҙәни ойоштороусыһы Миңзифа Ишдәүләтова сарала ҡатнашыусы балаларға яугир батырлыҡтары тураһында һөйләне. 

"Динислам Әхиәр улы алсаҡ, ярҙамсыл, тырыш булды. Хәтер - мәңгелек. Беҙ уны ҡыйыу, батыр яугир булараҡ та онотмаясаҡбыҙ", - тине ул сығышында. 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас