Бөгөн Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр районы хәрби комиссариатынан 11 егет әрме сафына юлланды. Тантаналы шарттарҙа хәрби билет тапшырғанға тиклем, хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов егеттәргә инструктаж үткәрҙе, кәңәштәрен бирҙе.