Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
16 Октябрь 2025, 14:55

19 атайға миҙал тапшырылды

Улар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ - Мерәҫ ауылынан Әхәт Ибраһим улы Әсмәндиәров та бар.

19 атайға миҙал тапшырылды
19 атайға миҙал тапшырылды

Атайҙар көнө алдынан Өфөлә «Ватанды һаҡлаусының атаһы» йәмәғәт миҙалдарын тапшырыу тантанаһы үтте. Был награда улдары махсус хәрби операцияла булған 19 атайға тапшырылды. Улар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ - Мерәҫ ауылынан Әхәт Ибраһим улы Әсмәндиәров та бар.

Әхәт Ибраһим улы ғүмерен колхозда тракторсы булып эшләүгә бағышлай. Әлеге ваҡытта ул мөәзин вазифаһын башҡара һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәм ебәреүҙә әүҙем ҡатнаша. Ошо көндәрҙә Әхәт Ибраһим улының йорто «Өлгөлө йорт» номинацияһында еңеүсе булды.

Әхәт Әсмәндиәровтың улдарының береһе - Зөлфәт Әхәт улы 2025 йылдың ғинуарынан махсус хәрби операция биләмәһендә отделение командиры урынбаҫары вазифаһын биләп, гранатометсы булып хеҙмәт итә. Һуңғы заданиеларҙың береһен үтәгәндә яҡташыбыҙ иптәштәрен ут эсенән алып сығыуҙа айырыуса батырлыҡ күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2025 йылдың 22 майында Украинаның Сумы өлкәһендәге Владимировка ауылын азат иткәндә һәләк була. Ул ысын патриот, Ватанын яҡлауға һәр саҡ әҙер булыуы, намыҫлы һәм изге йөрәкле булыуы менән айырылып тора. Зөлфәт Әсмәндиәров батырҙарса һәләк булды һәм илебеҙ тарихына үҙ исемен яҙҙы.

19 атайға миҙал тапшырылды
19 атайға миҙал тапшырылды
19 атайға миҙал тапшырылды
19 атайға миҙал тапшырылды
Автор: Лилия Кусябаева
Читайте нас