+3 °С
Болотло
Бөгөн Беренсе Этҡол ауылында Афған,Чечен һуғыштарында, махсус хәрби операцияла ҡатнашып, батырҙарса һәләк булған яугирҙәр рухына арналған "Хәтер аллеяһы" асылды. Унда район Советы секретары Иҙел Әбүбәкиров, Беренсе Этҡол ауылы биләмәһе башлығы Илгиз Йәнбирҙин, яугир ғаиләләре, мәктәп коллективы, ауыл халҡы ҡатнашты. Сара тураһында тулыраҡ гәзиттең киләһе һандарында уҡый алаһығыҙ.