Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Ватан һағында
20 Июня 2025, 05:05

Аҡ юл һеҙгә, буласаҡ һалдаттар!

Тағы ла 22 егет ҡулдарына хәрби билет алды...

Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссариатында яҙғы саҡырылыш дауам итә. Кисә тағы ла 22 егет ҡулдарына хәрби билет алды. Уларҙың ун туғыҙы Баймаҡ районынан булһа, өсәүһе - Йылайырҙан. Буласаҡ Ватан һаҡсыларының яртыһы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары ине. Район Советы Секретары Иҙел Әбүбәкиров тантана сәбәпселәренә изге теләктәрен еткерҙе, матур итеп хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләп, хәрби билеттар тапшырҙы.

Был көндө военкомат алды байрам төҫөн алды. Буласаҡ һалдаттарҙы оҙатыу өсөн, уларҙың ата-әсәләре, яҡындары, дуҫтары ла килгән ине.

Оҙатыу сараһы йыр-моң менән үрелеп барҙы. Халыҡ ижады үҙәге артистарының дәртле бейеүҙәре, рухлы йырҙары сараға йәм өҫтәне.

Эйе, Тыуған илде һаҡлау элек-электән ир-егеттең изге бурысы һаналған. Беҙ ҙә әрмегә юлланыусыларға, әлегә ваҡытта хеҙмәт итеүселәргә рух ныҡлығы, күңел көрлөгө, уларға ҡарата әйтелгән барлыҡ изге теләктәрҙең тормошҡа ашыуын теләп ҡалабыҙ.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас