

Баймаҡ ҡалаһында Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында «Ватан» хәрби-спорт ярыштары үтте. Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар йылына, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына, Сик һаҡсылары көнөнә арналды.
Ярыштарҙа ҡала мәктәптәренән һәм колледждарҙан биш команда ҡатнашты. Уларҙы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы директоры Илдус Зәйнуллин һәм «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһының урындағы бүлексәһе ағзаһы Сәлимйән Италмасов сәләмләне.
Ҡатнашыусылар ете конкурста көс һынаны: Калашников автоматын һүтеп йыйыу; пневматик винтовканан атыу; граната ташлау; аш-һыу әҙерләү һ.б.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы, 1-се мәктәп, 2-се мәктәп һәм Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы командалары еңеү яуланы.
Еңеүселәргә миҙалдар һәм грамоталар тапшырылды. Ярыштарҙы сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары хөкөм итте.