Буранбай ауылында йәшәүсе Вәзинә һәм Ғәйсәр Зөлҡәрнәевтар ғаиләһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ҡустылары Әбүзәр Оморҙаҡ улының имен - һау йөрөп ҡайтыуына арнап ҡорбан салып , мәсеткә ауылдаштарын ҡорбан ашына йыйҙы. Иң тәүҙә имам-хатип Нурфәйез Фәйзрәхман улы вәғәздәр һөйләне, аяттар бағышланы. Сараға йыйылыусылар ҡорбан ашынан ауыҙ иттеләр, тәмләп сәй эстеләр.
Вәзинә һәм Ғәйсәр Зөлҡәрнәевтар биш балаға ғүмер бүләк итеп, ауылда гөрләтеп донъя көткән ғаиләләрҙең береһе. Вәзинә Әхиәр ҡыҙы быйыл хажға барып ҡайтты. Ҡорбан мәжлесендә ул ауылдаштарына зәм -зәм һыуынан ауыҙ иттерҙе.
Ҡорбан ашы мәжлесенә йыйылыусылар изге ниәт менән матур табынға йыйған Зөлҡәрнәевтар ғаиләһенә, Йәноҙаҡ ағайға, туғандарына, ярҙам иткән уңған ҡатын-ҡыҙҙар Миңлегөл Фәйзулла ҡыҙына, Рәзилә Салауат ҡыҙына, Әминә Ғатаулла ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙе.
"Ҡорбандарығыҙҙың сауаптары насип итһен. Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, барлыҡ ир-егеттәр имен- һау тыуған яҡтарына ҡайтһын", - тине улар.