Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Ватан һағында
7 Апреля 2025, 10:25

Әрмегә яҙғы саҡырылыш башланды

Рәсәйҙә 1 апрелдән хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыу башланды. Бөгөн Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссариатында әрме сафына юлланыусыларҙы оҙатыу тантанаһы үтте.  Темәс, Ишмырҙа, Алғаҙы, Юлыҡ ауылдарынан 4 егет ҡулдарына хәрби билет алды. 

Рәсәйҙә 1 апрелдән хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыу башланды.

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссариатында әрме сафына юлланыусыларҙы оҙатыу тантанаһы үтте.  Темәс, Ишмырҙа, Алғаҙы, Юлыҡ ауылдарынан 4 егет ҡулдарына хәрби билет алды. Уны тантаналы шарттарҙа тапшырғанға тиклем, хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов  егеттәргә инструктаж үткәрҙе һәм кәңәштәр бирҙе.

Матур йолаға ярашлы, буласаҡ һалдаттарҙы оҙатырға егеттәрҙең ата-әсәләре, яҡындары, дуҫтары ла килде. Улар хәрби билет тапшырған ваҡытта ҡул сабыуҙар менән егеттәрҙе алҡышланы, ҡотланы, изге теләктәрен еткерҙе.

«Әрмегә Венер улымды оҙатырға килдек. Улыма һәм барлыҡ егеттәргә хәйерле имен юлдар, тоғро, яҡшы дуҫтар, еңел хеҙмәт теләйбеҙ. Теүәл бер йылдан балаларыбыҙҙы иҫәнлек-һаулыҡта, теүәллектә ҡыуанып ҡаршы алырға яҙһын. Иң мөһиме - донъялар тынысланһын», - тине Темәс ауылынан килгән әсә Раушания Ирназарова.

«Яҙғы саҡырылышта Баймаҡ районынан 160-тан ашыу егет Рәсәй Ҡораллы көстәр сафына баҫасаҡ. Рәсәй Президенты В.В.Путин ҡарарына ярашлы, егеттәр махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелмәй. Бының өсөн ата-әсәләргә борсолорға көрәкмәй», - тип белдерҙе Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Хөрмәт Хәмитов.

 Элек-электән Тыуған илде һаҡлау ир-егеттең изге бурысы һанала. Беҙҙең район егеттәре лә тормоштарындағы мөһим дә, яуаплы ла осорҙо үткәндә бирешмәҫ, тип ышанабыҙ!

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас