+13 °С
Облачно
Кәрешкә ауылында тыуып үҫкән «Топаз» позывнойлы яҡташыбыҙ махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Ул Кәрешкә мәктәбе уҡыусылары менән осрашыуға килде. Осрашыуҙа уның ҡатыны, ирекмәндәр штабында эшләүсе Илүзә лә ҡатнашты. Улар уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, бүләктәр тапшырҙы. Уҡыусылар һуғыштың тиҙерәк тамамланыуын һәм барлыҡ яугирҙәрҙең Еңеү менән өйҙәренә име-һау ҡайтыуын теләне.