Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Ватан һағында
21 Февраля 2025, 11:15

Баймаҡтың сая бөркөттәре

Шәп, батыр Баймаҡ бөркөттәре һуғыша неофашистар менән. Уларҙың барыһы ла ҡаһарманлығы өсөн төрлө наградаларға лайыҡ булған. Баймаҡ яугирҙәре – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Уларҙың барыһының да имен-һау һәм Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ.

Баймаҡтың сая бөркөттәре

Махсус хәрби операция башланыу менән республикабыҙҙа ҡыйыу йөрәкле, көслө рухлы батырҙарыбыҙҙан батальондар төҙөлдө. Кисә генә һуғыштың нимә икәнен дә белмәгән, тыныс күк йөҙө аҫтында яҡындары, дуҫтары янында төрлө уй-хыялдар менән йәшәгән ир-егеттәр яугиргә әүерелде. Башҡорттарҙың махсус хәрби операцияла батырҙарса һуғышыуын ишетеп һөйөнәбеҙ. Командованиеның: “Башҡорт егеттәре ҡыйыу, сая һәм тәүәккәл. Улар булған ерҙә тәртип, уларҙан дошман ҡурҡа”, тип әйтеүен ишетеп ғорурланабыҙ.

Бөгөн һеҙҙе шундай шәп яугирҙәрҙең бер нисәүһе менән таныштырабыҙ. Егеттәрҙән: “Фотолағы йөҙөгөҙҙө ҡапларғамы?”-тип һорайым. Яугирҙәр көлөп: “Ҡаплағас, ниңә бирергә? Беҙ ҡурҡмайбыҙ дошмандан, улар беҙҙән ҡалтырап торһон”,-тигән яуап ебәргәндәр.

Беҙҙең ҡәҙерле, сая бөркөттәр! Тыуған илде ҡара һөрөм ҡаплағанда тыныслыҡты яҡлап алдынғы һыҙыҡта булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Беҙ һеҙҙең имен-һау, Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Ошондай батыр улдар тәбирәләп үҫтергән атай-әсәйҙәрегеҙгә ҙур рәхмәт!

Бала саҡтан бергә уйнап үҫкән ут күршеләр Беренсе Этҡол егеттәре Илмир Рыҫҡужин - “Башҡорт” һәм Фәнүр Аллағыуатов - “Стич” яуҙа ла айырылғыһыҙ. Дуҫтар бер-береһенә иптәш тә, терәк тә.

Илмир Рыҫҡужин бала саҡтан спорт менән дуҫ була. Кескәй сағынан ата-әсәһенә: “Мин военный булам, мин герой булам!”-тип әйтер булған. Шуға күрәлер инде әрме сафына алынғандан һуң, ул контракт төҙөп хәрби сафта тороп ҡала. “Илмир улыбыҙ хеҙмәтен Уссурийск ҡалаһында башлағайны. 2018 йылдан контракт буйынса хеҙмәт итте. Махсус хәрби операция башланғас тәүгеләрҙән булып хәрби хәрәкәттәр урынына ебәрелде. 2022 йылдың мартынан шул яҡтарҙа хәрби бурысын үтәй. Улыбыҙ өсөн борсолһаҡ та, бик ғорурланабыҙ. Хәрби батырлыҡтары өсөн IV дәрәжә Георгиев тәреһе, Жуков ордены, башҡа миҙалдарға лайыҡ булды. Имен-һау ғына әйләнеп ҡайтһын улдарыбыҙ!”- ти яугирҙең әсәһе Земфира Хөсәйен ҡыҙы.

Әйткәндәй, яугирҙең атаһы Илфат Рафиҡ улы Чечен ғәрәсәтен үткәргән батыр яугир. Контракт хеҙмәте ваҡытында Украинала ла булған. Илмир Рыҫҡужин – үҙе атай. Темәс һылыуы Гөлдәргә өйләнгән. Кәләше һөнәре буйынса медсестра. Ул Камчаткала перинаталь үҙәктә эшләгән. МХО башланыр алдынан ғына Рәхим исемле бәпестәре тыуған.

Фәнүр Аллағыуатов 1995 йылдың 24 октябрендә Кәрешкә ауылында тәүге бала булып донъяға килә. Малайға 10 йәш тулғанда атаһы Нурулла Әйүп улы фажиғәле рәүештә һәләк була (атаһы ауылда ветврач булып эшләй). Аталары үлгәс, әсәһенең тыуған ауылы Беренсе Этҡолға күсеп ҡайтырға мәжбүр булалар. Фәнүр 1-се Этҡол мәктәбен, унан яғыулыҡ-энергетика колледжын тамамлай. Әрме сафында спорт яғынан яҡшы әҙерлекле егетте спецназ ғәскәренә тәғәйенләйҙәр. Санкт-Петербург ҡалаһында хеҙмәт итә, унан контракт менән ҡала. Себерҙә эшләй, ситтан тороп Сибай институтына уҡырға ина. “Махсус хәрби операция башланыу менән ике һүҙҙең берендә “мин дә һуғышка барам” тип мине һәм һеңлеһен аптырауға һәм ҡурҡыуға һала ине. Шул уйын ташламаны, контракт төҙөп, ил һаҡларға сығып китте. Бар доғаларым улым һәм Ватаныбыҙҙы һаҡлаусылар өсөн”, - ти әсәһе Минзифа Сәләх ҡыҙы.

Данис Әкрәм улы Баишев Байыш ауылында тыуып үҫә. Шуға күрә уның позывнойы менән дә һорау тыумай. Яуҙаштары өсөн ул - “Байыш”. Яҡын дуҫы Фәнүр Аллағыуатов менән бергә булыуынан да көс ала ул. Данис Байышевтарҙың ишле ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Ғаиләлә барыһы 4 малай һәм 1 ҡыҙ тәрбиәләнә. Әрме сафына ҙур теләк менән китә. Сөнки атаһы Әкрәм Ғәйнислам улы улдарын илһөйәр һәм ныҡ итеп үҫтерә. “Өфөгә эшкә барам, тип сығып китте. Мин өмәлә йөрөй инем, йүгереп ҡайтып оҙатып ҡалдым. Әрменән ҡайтҡан ҡустыһы ла ҡапыл Өфөгә сығып киткәс ниҙер һиҙенгәйнем инде. Ҡустыһы миңә әйтергә күндергән. Шулай итеп, улымдың МХО-ға юлланыуын белдем. Бик ауыр булды, артынан барып еттем. “Әсәй, мин унда булырға тейеш. Егеттәр менән бергә! Беҙ Тыуған илебеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ!”-тигәс доғаларымды уҡып оҙатып ҡалдым. Күңелем болоҡһоған саҡтар күп була. Күрәһең, беҙҙең заман әсәләренә лә ошондай һаныу төшөргә тейеш булғандыр”, -ти Гөлнара Фатих ҡыҙы.

Солтанкәрим Илдар улы Дәүләтбаев - Татлыбай ауылы егете. Спорт һөйөүсән, тура һүҙле, ныҡ егеттең Ватан һағына баҫыуына бер ҙә аптырарға түгел. “Сурик” Бөйөк Ватан һуғышында фашистар менән батырҙарса алышҡан ҡарт ҡартатаһы Солтанкәрим Миңлеғол улы Дәүләтбаев менән бик тә ғорурлана. Солтанкәримдең атаһы ла әлеге ваҡытта Курск тарафтарында төҙөлөш эштәрендә эшләй. “Солтанкәрим бик аҡыллы, егәрле, эшһөйәр булып үҫте. Беҙ уларҙы “был ҡыҙҙар эше, был малайҙар эше” тип айырмай барыһына ла өйрәтергә ынтылдыҡ. Хәҙерге Баймаҡ агросәнәғәт колледжында тракторсы һөнәрен үҙләштергәндә, ярышта ҡатнашып, республика кимәлендә 2-се урын да яуланы. Бөтә яҡтан да эшкә өйрәнеп үҫте шулай. Шуға күрә ул әрме сафына барыу менән миңә: “Инәй, ҙур рәхмәт һиңә!. Әл дә ҡурҡмайынса бар эшкә тотонорға өйрәткәнһең”,-тине. Хәбәрләшеп торабыҙ, Солтанкәрим һәр эште кәңәшләшеп эшләй, төплө һәм аҡыллы егет. Әлбиттә, һуғыш уның күп нәмәгә ҡарашын үҙгәртте”, - тине Миләүшә Рамазан ҡыҙы.

Солтанкәрим әрмелә хеҙмәт иткәндән һуң, тағы өс йылға контракт төҙөй. Унан дрон менән эш итергә өйрәнә. Махсус хәрби операцияға: “Мин унда булырға тейеш!” -тип сығып китә.

Бына шундай шәп, батыр Баймаҡ бөркөттәре һуғыша неофашистар менән. Уларҙың барыһы ла ҡаһарманлығы өсөн төрлө наградаларға лайыҡ булған. Баймаҡ яугирҙәре – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Уларҙың барыһының да имен-һау һәм Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ.

Ватан һаҡсылары көнө менән һеҙҙе, беҙҙең батырҙар! Һеҙ булғанға – халыҡыбыҙҙың йоҡоһо тыныс, һеҙ булғанға беҙ үҙебеҙҙе көслө тоябыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас