Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Ватан һағында
23 Января 2025, 08:00

Беҙ-бергә!

"Ватанды һаҡлаусылар" фонды белгестәре Таулыҡай ауылында булды. Тулыраҡ сайтта:

Быйылғы йыл- Ватанды һаҡлаусылар йылы, тип иғлан ителде.
Ауылыбыҙҙан МХО башланғандан алып, бик куп ир-егеттәр илебеҙ именлеген һаҡлай.
Бындай ваҡытта халыҡтың берҙәм булыуы, бер -береңә иғтибарлы булыу бик мөһим.
Ауылдың волонтёрҙарының тәҡдиме менән "Ватанды һаҡлаусылар" фонды белгестәре, Баймаҡ районының төрлө ведомство белгестәре менән берлектә яугир егеттәрҙең ғаиләләренә мәғлүмәти ярҙам ойошторолдо.
Яугирҙарҙың ғаиләләренә ниндәй льготалар бар, уларҙы нисек ҡулланырға, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә керәклеге тураһында бик файҙалы кәңәштәр бирелде.
Осрашыу бик йылы шарттарҙа үтте. Һөйләшеү сәй табыны артында ла дауам итеп, йәнле аралашыу менән үрелеп барҙы.
Белгестәргә ҙур рәхмәт.
Тыныслыҡ урынлашып, именлектә генә күрешеүҙәр булып торһон.
#АйыҡАуыл2024
#АйыҡАуылТаулыҡай
#АйыҡАуылБаймаҡРайоныТаулыҡайАуылы2024
#Ҡоролтай
#курултай #спорт
#БаймаҡРайоны
#БаймакскийРайон
#ВсемирныйКурултайБашкир
#ФСГО
#ФондГрантов

 

От Анузы Азаматовой

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас