Арабыҙҙа рухлы, эскерһеҙ, шәп кешеләрҙең булыуы һәр саҡ күңелдә киләсәктә өмөт-ышаныс уята.
Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Эльвира Хөрмәт ҡыҙы Кирамова нәҡ шундай шәп яҡташтарыбыҙҙың береһе.
Изге эштәрен ул шәхси эшҡыуар булараҡ башлай. Был ваҡытта ул дауаханаға йыһаз алыу, мәсеткә, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә күп көс һала. Кемдеңдер ауыр хәлгә тарыуын йә ярҙам кәрәклеген ишетә лә, шунла уҡ ярҙамға ташлана. Үҙенең телефон номерын – 89373655530 - биреп, “ошо номер аша беҙ яҡынын юғалтҡан ғаиләгә ярҙам итә алабыҙ” йә “дауаханалағы балаларға ярҙам кәрәк” тип яҙып, төрлө төркөмдәр аша мөрәжәғәт итә. Ул ярҙам иткән кешеләрҙең рәхмәте сикһеҙ.
Әлеге ваҡытте ул “Нур” магазинының һатыусыһы булып изге эштәрен дауам итә. Магазинға ҡуйылған ҡумтаға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә ярҙам йыйыуҙы ойоштора. Яугирҙәргә ярҙам йыйыуҙы МХО башланғандың тәүге көндәренән башланы ул. Бынан тыш аҡсалата ярҙам йыйыуҙы үҙ телефоны аша ойоштороп (яугирҙәргә төрлө кәрәк-яраҡ һатып алырға), күп батырҙарыбыҙҙың рәхмәт һүҙҙәрен ишетә.
Күп балалы әсәгә төп эшенән тыш, миһырбанлыҡ эштәрен дә ойоштороу күп ваҡытын алһа ла, ул бер ҡасан да зарланмай. “Иң мөһиме яугирҙәребеҙ имен-һау ҡайтһын! Еңеү булһын!”-ти ул. Амин, шулай булһын да, Эльвира һылыу! Изгелегең өсөн ҙур рәхмәт һиңә!
Әле бөгөн дә улар Фәнзилә әхирәте менән яугирҙәргә йыйылған ярҙамды матур итеп ҡумталарға һалып, гуманитар ылауға әҙерләп тә ҡуйҙы. Афарин!
Гүзәл Иҫәнгилдина.