Ҡаһармандар дәүере
Йән дуҫтар булып киттек...
Махсус хәрби операцияла батырҙарса һуғышҡан яугирҙәребеҙ менән һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ.
- Махсус хәрби операцияға үҙ теләгем менән, контракт төҙөп киттем. Хәрби тормошто яратам, армияла ла ике йыл минең өсөн һиҙелмәй үтеп киткәйне. Әлбиттә, һуғышты әрме сафы менән сағыштырып булмай, шулай ҙа ҡорал тотоп өйрәнгән егеттәргә барыбер еңелерәктер, тигән фекерҙәмен.
Янымда ауылдаштарым күп. Үкенескә, юғалтыуҙар ҙа бар. Минең өсөн иң ауыры шул. Бөтәбеҙ өсөн дә шулай. Һәр хәрби заданиеға сыҡҡан һайын бер-беребеҙ менән хушлашабыҙ. Сөнки беләбеҙ, кемдеңдер ҡайтмауы бар. Шулай ҙа үҙем менән булған иптәштәремә рәхмәтлемен. Сөнки улар мине ташламаҫын беләм. Мин дә иптәштәремде ҡотҡарыу өсөн барыһына ла әҙермен.
Минең өсөн бер ҡыҙыҡ хәлде һөйләп үтәйем әле. МХО-ға тиклем бер иптәшем менән мөнәсәбәттәр бик үк яҡшы булманы. Белмәйем, ниңәлер бер конфликт арҡаһында шулай аралар боҙолдо ла, иң яҡшы осраҡта бер-беребеҙҙе күрмәмешкә һалыша торғайныҡ. Ҡыҙған саҡта, һуғышып киткән саҡтар ҙа булды (көлә). МХО-ла осраштыҡ. Хәҙер беҙ йән дуҫтар булып киттек. Тыныс саҡтағы үҙебеҙҙең хәлдәрҙе иҫләп көлөшөп алабыҙ.
Кеше башына төшмәйенсә бер нәмәне лә аңламайҙыр ул. Тыныс күк йөҙө аҫтында, йомшаҡ түшәктә, сисенеп, йылы юрған аҫтында рәхәтләнеп ятып йоҡлау иң ҙур бәхет ул. Шуға күрә тылдағылар ошо хаҡта онотмаһын, юҡ-бар арҡаһында бер-береһенең тормошон йәмһеҙләмәй йәшәһен ине.
Туғандарым мине штаб янында хеҙмәт итә, тип уйлай. Уларҙың минең өсөн тыныс булыуын теләйем. Сөнки өйҙә шылтыратҡанда илай башлаһалар, күңелгә ныҡ ауыр. Хоҙай аралай мине, артабан да шулай булыр, тип ышанам.
Махсус хәрби операция мотлаҡ беҙҙең еңеү менән тамамланасағына ышанам. Һәләк булған иптәштәребеҙ өсөн үс алып, нацистарҙы мәңгелеккә юҡ итеп ҡайтырбыҙ!