Ҡаһармандар дәүере
Буранбай ауылында иҫ киткес моңло, уңған һәм батыр халыҡ йәшәй. Бында төрлө саралар үтә, кешеләр бер-береһе менән аралашып, матур һәм татыу ғаилә булып йәшәй.
Буранбай мәҙәниәт йортонда үткән илһөйәрлек рухындағы сара ауылдың ғына түгел, ә халҡыбыҙҙың тарихында ла уйылып ҡалырлыҡ булды. Унда район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, республиканың хәрби хәрәкәт ветерандарының төбәк ойошмаһы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының йәмғиәт палатаһы ағзаһы Тимерйән Рәжәпов, хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов, Таулыҡай ауылы биләмәһе башлығы Ҡәйүм Уразбаев ҡатнашты. Был осрашыу әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Буранбай ауылының сая һәм батыр ҡыҙына арналды.
Аралашыу йәнле һөйләшеүҙәр, рәхмәт һүҙҙәре әйтеүҙәр, бер аҙ күҙ йәштәре аша үрелеп барҙы. Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ ауылыбыҙҙың ҡыйыу ҡыҙы! Имен-һау йөрөп ҡайт! Илебеҙгә именлек, тыныслыҡ килһен!
Белеүегеҙсә, Буранбай ауылында беҙҙең яу ҡыҙы хеҙмәт иткән ергә мунса әҙерләнде. Ошо эште атҡарып сығыуҙа Булат Рәжәп улы Рәжәпов, Мораҙым Булат улы Рәжәпов, Илнур Нур улы, Илфат Шәрифулла улы Хәмитовтың ярҙамдары баһалап бөткөһөҙ. Әлбиттә, мунса өсөн кәрәк-яраҡтар йыйыуҙа ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ла әүҙемлек күрһәтте. Барығыҙға ла оло рәхмәт!
“Тыуған яҡтан алған күстәнәстәр беҙгә рухи көс һәм йән йылыһы бирә. Рәхмәт барығыҙға ла!”-тине яу ҡыҙы.
Кисәбеҙҙең аҙағы ҡунаҡтарға тыуған яҡтың танһыҡ моңдарын бүләк итеү менән тамаланды .
Зәкиә Ғәйетбаева.