Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
6 Март 2023, 22:35

Район башлығы яугирҙәр менән осрашты

Ир-егеттәр үҙҙәренә ниҙәр кәрәклеген әйтеп бирҙе. Район етәксеһе был йәһәттән ярҙам буласағын белдерҙе...

Район башлығы яугирҙәр менән осрашты
Район башлығы яугирҙәр менән осрашты

Район башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашты. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте:

-Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан мобилизацияланған яҡташтар менән осраштыҡ. Яугирҙәр үҙҙәренең хеҙмәте, фронтта уларға тағы нимә кәрәклеге тураһында һөйләне. Мәҫәлән, генераторҙар, бензобысҡылар, улар өсөн яғыулыҡ-майлау материалдары, һыу өсөн биҙрәләр, плёнкалар һәм башҡа кәрәк нәмәләр. Бөтә теләктәр тиҙҙән ойоштороласаҡ сираттағы гуманитар конвойҙа мотлаҡ иҫәпкә алынасаҡ. Уларҙың кәйефе күтәренке. Бөтә район халҡына ярҙам иткәндәре өсөн бик ҙур рәхмәттәрен әйттеләр. Беҙ бында ярҙам итеү өсөн мөмкин булғанын эшләрбеҙ. Егеттәргә еңеү менән тиҙерәк ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: