Мөбәрәк Рауил улы 1962 йылдың 12 апрелендә Икенсе Этҡол ауылында донъяға килә. Тыуған ауылындағы мәктәпкә уҡырға бара. Ә 3-сө кластан, ата-әсәһе күсеп китеү сәбәпле, Бикеш мәктәбендә уҡый. Ҡулына аттестат алғас, ул ситкә сығып китергә ашыҡмай. Токарь булып эшкә төшә. Һигеҙ айҙан, 1980 йылдың май айында, әрме хеҙмәтенә алына. Башта Мөбәрәк Зәйнуллин Төркмәнстанға эләгә. Унда танк училищеһында уҡый. Ярты йылдан хеҙмәттәштәре менән утлы Афған иленә ебәрелә. Нангархар провинцияһының Джелалабад ҡалаһындағы 66-сы бригадала хеҙмәт итә.
– Әлбиттә, уҡыған саҡта ла, хеҙмәт иткәндә лә ауырыраҡ булды. Иң үҙәккә үткәне көндөң эҫе булыуы. Ҡайһы саҡта һыу ҙа етешмәй китә ине. Әммә, нисек кенә булмаһын, ауырлыҡтарға бирешмәнек, лайыҡлы хеҙмәт итеп ҡайттыҡ. Күп ваҡытта палаткаларҙа йәшәнек. Операция йәки рейдҡа сыҡҡан саҡта танкта йоҡлай инек. Тәүге осорҙа ҡурҡытһа ла, аҙаҡ өйрәнеп китәһең. Шөкөр, арҡа терәр дуҫтарым күп булды. Башҡортостандан бик күп булманыҡ, ә бына Үзбәкстандан егеттәр байтаҡ ине. Украинала ла, себер тарафтарында ла хеҙмәттәштәрем бар, – тип хәтерләй ветеран хәрби хеҙмәт йылдарын.
Мөбәрәк ағай хеҙмәттәштәре менән йыш ҡына рейдҡа сыға, колонналарҙы ла оҙатып йөрөйҙәр. “Юлға йыш ҡына мина ҡуя торғайнылар. Танк минаға эләкһә лә артыҡ зыян күрмәй. Ә минаға машина эләкһә, һәләк булыу ихтималлығы күпкә арта”, – ти Мөбәрәк Рауил улы.
Мөбәрәк Зәйнуллин Афған иленә юлланырын белгәс тә ата-әсәһенә хәбәр ебәрә. “Ата-әсәйемә һәр саҡ ҡайҙа йөрөгәнемде хәбәр итеп торҙом. Әммә “беҙгә аталар” тип бер ваҡытта ла яҙманым. Киреһенсә, “бында тыныс” тип яҙа торғайным”, – ти ветеран-уҡытыусы.
Тыуған яғына ул 1982 йылдың майында әйләнеп ҡайта. Ҡайтҡас та токарь булып эшләүен дауам итә. Тағы күпмелер ваҡыттан уҡытыусы булырға ҡарар итә һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә.
Мөбәрәк Рауил улы эшенә мөкиббән китеп эшләгән оҫта педагогтарҙың береһе. Уҡыусылар менән төрлө саралар үткәрергә ярата. “Атай-әсәйемдең һүгенгәнен ишеткәнем булманы. Атайым беҙҙең алда тәмәке лә тартманы. Беҙҙән дә шуны талап иттеләр. Бер мәл әсәйебеҙ ныҡ ауырып китте. Арыу ғына ваҡыт түшәктә лә ятып алды. Шөкөр, һуңынан аяҡҡа баҫты. Шуға ла беҙ эш тәрбиәһе алып үҫтек. Малды ла ҡараныҡ, ашарға ла үҙебеҙ бешерҙек. Лайыҡлы тәрбиә булған, тип уйлайым. Хәҙер балалар күберәк телефонда ултыра. Күбеһенә хәрәкәт, физик тәрбиә етмәй. Шуға ла балаларға физик тәрбиә бирергә тырышабыҙ. Һәр төрлө саралар үткәрәбеҙ. Туризм, спортты юлдаш итеп алһындар ине”, – тигән теләктәрен еткерҙе. Мөбәрәк Зәйнуллин һау-сәләмәт тормош алып барыуы, спорт менән дуҫ булыуы менән дә күптәргә өлгө.
Былтыр ул Эльбрус тауына 5642 метрлыҡ бейеклеккә күтәрелә. Мөбәрәк Рауил улы был бейеклекте яулауын үҙенең ғаилә, туғандарына, яҡындарына, хәрби иптәштәренә һәм ауылдаштарына арнауын белдерҙе. Эльбрус тауына бик һирәктәрҙең генә күтәрелә алыуын иҫәпкә алғанда, уҡытыусының физик яҡтан көслө һәм сыҙамлы булыуын аңларға була.
Мөбәрәк Рауил улы шәхси тормошонан да уңа. Тормош юлдашы Лилиә Шамил ҡыҙы менән Гөлнара, Әлфиә, Руфина һәм Альбина исемле ҡыҙҙарға лайыҡлы тәрбиә биреп, оло тормош юлына оҙаталар. Әле Лилиә һәм Мөбәрәк Зәйнуллиндар ейәндәренә һөйөнөп ғүмер итә.
Эльмира КЕЙЕКҠУЖИНА