"Ауылымдың уңған йәштәре" сараһында уға ауыл биләмәһе тарафынан " Бар яҡтан килгән ҡатын-ҡыҙ" номинацияһы тапшырылды.
Эйе, ошо бер һөйләм эсенә бик күп мәғәнә һалынған! Бер һөйләм кешенең уңғанлыҡ сифаттарын аса!
Һүҙем - Таулыҡай ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙарының береһе - Ләйсән Үҙәнбаева тураһында.
Ләйсән һылыу Гөлсирә һәм Миңлеғәле Сафиндарҙың ғаиләһендә тәүге мөхәббәт емештәре булып донъяға килә.
Бала саҡтан тырыш, маҡсатлы, һәр яҡтан белемгә ынтылған ҡыҙ урындағы мәктәпте тамамлағас, уҡыуын Сибай педагогия колледжының "Технология и компьютерная графика" бүлегендә дауам итеп, диплом алыуға өлгәшә.
Бер нисә йылдан Магнитогорск ҡалаһында ситтән тороп "Математика и системный программист" һөнәрен үҙләштерә. Ләкин ул, күңеленә иң яҡын шөғөлдө һайлап,
әлеге ваҡытта Баймаҡ ҡалаһының "Аманат" мебель фабрикаһында тегенсе булып эшләй. "Тимер ат" ты ауыҙлыҡлаған эшлекле гүзәл затты буранлы, ямғырлы көндәр ҙә, ҡаршылыҡтар ҙа ҡурҡытмай. Таулыҡай - Баймаҡ араһын яҡынайтып, дүрт йылға яҡын яратҡан эшенә ул көн һайын ҙур теләк менән йөрөй. Эйе, эшендә ул тегеүҙең бар нескәлектәтен яҡшы белгән алыштырғыһыҙ хеҙмәткәр. Хатта ял, отпуска мәлдәрендә лә коллегалары уға тегеү серҙәре буйынса кәңәштәр һорап шылтырата.
Ләйсән мәктәптә уҡыған осорҙан бирле спорт менән дуҫ. Студент саҡтарында ла, әле лә һәр төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Волейбол, саңғыла йөрөү, өҫтәл теннисы, шашки, шахмат - уның иң яратып уйнаған спорт төрҙәре. Ауылда ҡатын - ҡыҙҙар араһында үткән волейбол ярышында уның командаһы һәр ваҡыт беренсе урын яулай!
"Егәрленең ҡулы етәү" мәҡәле аш - һыуға бик оҫта Ләйсән һылыуға ла тура килә. Ул тәмле- татлы ризыҡтар менән ғаиләһен һыйлап ҡына ҡалмай, ә ауылда үткән йәрминкәләрҙә, сараларҙа ла бик күп төрлө ризыҡтар етештереп һатыуға сығара. Яңыраҡ мәҙәниәт йортонда үткән "Бейеүҙәрҙә - халҡым тарихы" район конкурсынан да уңғанбикәбеҙ ситтә тороп ҡалманы, буфет ойоштороп, әсәһе Гөлсирә апай менән ҡунаҡтарҙы тәмле ризыҡтары менән һөйөндөрҙө.
Ауылдағы йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша ул. Бер нисә йыл рәттән һайлау комиссияһы ағзаһы булып тора. Үҙенә беркетелгән урам халҡын матур итеп ҡаршылап, оҙата.
Ләйсән тормош иптәшенә һөйөклө ҡатын, балалары өсөн яратҡан ғәзиз әсәй. Фәнил Фәрит улы менән улар ике улға һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Фәнзил, Фидан, Зөлхизә - мәктәп уҡыусылары. Улар ҙа ата - әсәләре кеүек спортты ярата. Быны ғаиләнең бер нисә тапҡыр ауыл, район кимәлендә үткәрелгән "Атай, әсәй, мин - спорт ғаиләһе" конкурсында ҡатнашып алған призлы урындары ла дәлилләй. Ғөмүмән, Үҙәнбаевтарҙың спорт буйынса өлгәшкән Почёт Грамоталары, Рәхмәт хаттары бихисап.
Баймаҡ лицей интернатында уҡыусы ҡыҙҙары Зөлхизә бейергә лә ярата. Ул "Саптар" бейеү ансамблендә шөғөлләнә.
Мәктәп тормошонда ла ҡайнап йәшәй әсә. Ул - ата- әсәләр комитеты ағзаһы булараҡ, мәктәптәге һәр сарала ҡатнашырға тырыша. Быйыл Яңы йылда шыршы байрамын да ойошҡанлы итеп үткәреү улар иңенә төшә. Персонаждарға костюмдар әҙерләүҙе Ләйсән Миңлеғәле ҡыҙы үҙ өҫтөнә ала һәм бик килештереп матур итеп тегә.
"Яратҡан шөғөлдәрем бик күп. Керпек үҫтереү буйынса уҡып алдым. Әле маникюр эшләү серҙәренә төшөнәм", - ти әңгәмәсем. Бынан тыш, Ләйсән оҫта парикмахер ҙа.
Эйе, бик күп һөнәрҙәргә эйә ул. Уның уңғанлығына, өлгөрлөгөнә һоҡланып таң ҡалырлыҡ!
Афарин, Ләйсән! Алдыңа ҡуйған маҡсаттарыңа ирешергә яҙһын! Һәр башланғысыңда уңыштар теләйем!