Уңған хужабикә
12 Июля 2024, 08:20

Еңел дә, тиҙ ҙә эшләнә

Был салатты әҙерләү өсөн 

Добавить в предпочтительные источники Google
Еңел дә, тиҙ ҙә эшләнәЕңел дә, тиҙ ҙә эшләнә
Еңел дә, тиҙ ҙә эшләнә

Был салат өсөн 200 грамм ыҫланған тауыҡ ите, 80 грамм ҡаты сыр, 1 помидор, 2 йомортҡа, 4 аш ҡалағы майонез, йәшел һуған кәрәк.

Бешкән йомортҡаны эре ҡырғыстан, сырҙы ваҡ ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Помидорҙы ваҡ ҡына итеп шаҡмаҡлап турайбыҙ. Сөм һауыт төбөнә аҙыҡ пленкаһын түшәйбеҙ һәм түбәндәгесә ҡатлап эшләйбеҙ:

- сыр

- помидор

- йәшел һуған

- тауыҡ ите

- йомортҡа.

Сыр һәм тауыҡ итенән һуң майонез һылайбыҙ. Салатты 30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Унан йәйпәк тәрилкәгә түңкәрәбеҙ ҙә пленкаһын алабыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Лилия Кусябаева