Уңған хужабикә
3 Июля 2024, 15:50

Сосиска менән ләүәштән ҡабымлыҡ

Тиҙ һәм еңел генә әҙерләп булған ҡабымлыҡты һәр кем эшләй ала. Уны балалар бик ярата.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сосиска менән ләүәштән ҡабымлыҡСосиска менән ләүәштән ҡабымлыҡ
Сосиска менән ләүәштән ҡабымлыҡ

Бының өсөн беҙгә сосискалар, ләүәш, сыр, йомортҡа, тоҙ һәм тәмләткестәр кәрәк. Сосисканы (мин Сибайҙа етештерелгән мини-сосискаларҙы алдым) һәм сырҙы ләүәшкә һалып урайбыҙ. Ләүәште үтә ҡалын итмәгеҙ. Йомортҡаны тоҙ, тәмләткестәр менән туҡыйбыҙ. Ләүәшкә уратылған сосисканы ошо массаға манып алабыҙ ҙа, табала ҡыҙҙырылған майҙа бешереп алабыҙ. Тәү сиратта асылып китмәһен өсөн ләүәштең йөйлө яғын ҡыҙҙырығыҙ. Тиҙ генә әҙерләнгән ҡабымлыҡты айырыуса балалар ярата. Ашығыҙ тәмле булһын!

Сосиска менән ләүәштән ҡабымлыҡ
Сосиска менән ләүәштән ҡабымлыҡ
Автор:Лилия Кусябаева