Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
28 Июнь , 11:45

Картуфтан кәтлит

Картуф кәтлиттәрен айырым йәки йәшелсә гарниры менән бирергә мөмкин.

Картуфтан кәтлит
Картуфтан кәтлит

3 картуф, 2 баш һуған, 1 кишер, 2 теш һарымһаҡ, 100 г сыр, 1 йомортҡа, йәшел һуған, 3 аш ҡалағы он, самалап тоҙ кәрәк буласаҡ.

Әрселгән картуфты турап һыуҙа бешерәбеҙ. Һуғанды турап, табала үҫемлек майында бер аҙ ҡыҙҙырабыҙ. Уға ҡырғыстан үткәреп, кишер өҫтәйбеҙ. Ул әҙер булғас, пресс аша үткәрелгән һарымһаҡты өҫтәйбеҙ. Картуфты айырым һауытҡа һалып, пюре хәленә тиклем иҙәбеҙ. Сыр ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, йәшел һуғанды ваҡлап турайбыҙ. Картуф пюреһына ҡыҙҙырылған йәшелсәләр, шулай уҡ сыр һәм йәшел һуған, тоҙ өҫтәйбеҙ.

Пюреға он һибәбеҙ. Был массанан кәтлиттәр эшләйбеҙ һәм табала үҫемлек майында ике яҡтан да ҡыҙҙырабыҙ. Картуф кәтлиттәрен айырым йәки йәшелсә гарниры менән бирергә мөмкин.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: