Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
27 Июнь , 20:35

Клярҙағы ҡабаҡтар

Ҡабымлыҡты соус менән бирһәгеҙ тағы ла тәмлерәк буласаҡ: ҡаймаҡҡа петрушка, укроп һәм башҡа йәшел тәмләткестәр, иҙелгән һарымһаҡ өҫтәп бутайбыҙ.

Клярҙағы ҡабаҡтар
Клярҙағы ҡабаҡтар

Ҡабаҡтарҙан тыш 2-3 йомортҡа (ҡабаҡ ҙурлығына ҡарап), 100 мл кефир, он, тоҙ, борос, һарымһаҡ, ҡыҙҙырыу өсөн көнбағыш майы кәрәк.

Ҡабаҡты әрсейбеҙ һәм ҡыҙҙырыу еңелерәк булһын өсөн бер сантиметрҙан кәмерәк ҡалынлыҡта балдаҡлап турайбыҙ. Тоҙ, борос, һибәбеҙ.

Йомортҡа, кефир, тоҙ, иҙелгән һарымһаҡ һәм он ҡушып, кляр әҙерләйбеҙ.

Ҡабаҡ пластинкаларын башта онға әүәләп, һуңынан клярға манып, ике яҡтан көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Әгәр кляр ҡуйырһа (ә ул ҡуйыра, сөнки уға даими рәүештә он эләгә), уны кефир менән шыйыҡландырырға мөмкин.

Ҡабымлыҡты соус менән бирһәгеҙ тағы ла тәмлерәк буласаҡ: ҡаймаҡҡа петрушка, укроп һәм башҡа йәшел тәмләткестәр, иҙелгән һарымһаҡ өҫтәп бутайбыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: