Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
24 Декабрь 2022, 12:50

Их, бәлеше лә, бәлеше!

Был бәлеште үҙ ғүмерендә һәр хужабикә бешереп ҡарайҙыр. Кемдеңдер ул яратҡан ризығына әүерелә. Ял көндәрендә ашыҡмай ғына әҙерләп ҡарағыҙ. Һеҙгә лә һәм яҡындарығыҙға ла мотлаҡ оҡшаясаҡ был бәлеш...

Их, бәлеше лә, бәлеше!
Их, бәлеше лә, бәлеше!

Ҡамыр өсөн: һауытҡа 2 йомортҡа һытып, тоҙ һалып, 100 г үҫемлек майы йә аҡ май, 200–250 мл һыу ҡушып, яҡшылап бутайбыҙ. Артабан 900 г он (яҡынса) һалып, ҡамыр баҫабыҙ.

Эслек: 1,5–2 кг ит, 1,5–2 кг картуф, 300 г башлы һуған, 400 мл һурпа, тәменсә тоҙ, борос.

Ҡамырҙың дүрттән бер өлөшөн алып ҡуйып, ҡалған ҙурыраҡ өлөшөн 4-5 мм ҡалынлыҡта таба ситенән бер аҙ сығып торорлоҡ итеп йәйәбеҙ.

Ит менән картуфты шаҡмаҡлап турайбыҙ һәм икеһен бергә ҡушабыҙ. Ваҡлап туралған һуған, тоҙ, борос ҡушып болғатабыҙ. Әҙер эслекте табалағы ҡамырға өйөп һалабыҙ һәм ҡамырҙың ситтәрен күтәртеп бөгәбеҙ. Аҙаҡ бәләкәсерәк ҡамырҙы йәйеп, бәлештең өҫтөнә ябабыҙ, ситтәрен семетеп ябабыҙ.

Бәлештең өҫтөн майлап, духовкаға тығабыҙ. Духовка ҡыҙыу булып, бәлештең өҫтө көйә башлаһа, дымлы ҡағыҙ ябырға мөмкин. Бәлеште 1-1,5 сәғәт тотҡандан һуң, духовканан алып, ҡапҡасты асабыз һәм алдан әҙерләп ҡуйған һурпаны ҡоябыҙ ҙа, ҡапҡасын ябып, бешеп сыҡҡансы духовкала тотабыҙ.

Бәлеште табынға үҙ табаһында ултыртабыҙ.

Аштарыбыҙ – тәмле, йорттарыбыҙ – ҡотло, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: