-4 °С
Болотло
Был еңел генә әҙерләнгән салат өсөн 200 гр тауыҡ ите, 1 ҡыяр, 1 помидор, 2 йомортҡа, ярты банка ҡыҙыл фасоль, ҡаймаҡ, тоҙ, борос, үҙегеҙ теләгән тәмләткестәр алына.
Барыһын да матур итеп турағыҙ һәм ҡаймаҡ (йәки майонез) ҡушып болғатығыҙ. Ҡапыл ҡунаҡтар килеп төшһә, магазиндан әҙер ыҫланған тауыҡ итен ҡулланырға ла була. Салатҡа төрлө йәшел үләндәр (һуған, укроп, петрушка һ.б.) өҫтәһәгеҙ, ул тағы ла тәмлерәк тә, файҙалыраҡ та буласаҡ.