Һаҡмар
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

«Тарих өсөн боролошло осорҙа йыйылдыҡ...»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Ҡоролтайҙағы сығышы. 

«Тарих өсөн боролошло осорҙа йыйылдыҡ...»
«Тарих өсөн боролошло осорҙа йыйылдыҡ...»

Хөрмәтле Игорь Вячеславович! Хөрмәтле делегаттар, ҡунаҡтар!

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының алтынсы съезында ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләйем!

Беҙ был Ҡоролтайға ябай булмаған, асылда, тарих өсөн боролошло осорҙа йыйылдыҡ. Әле тыуған илебеҙ, һәр ҡайһыбыҙ өсөн ауыр һынауҙар заманы. Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, был иң мөһим ҡиммәттәр хаҡында уйланыу, аҡылыбыҙҙы, көсөбөҙҙө туплау, көс-ҡеүәтебеҙҙе ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыуға һәм ижадҡа йүнәлтеү өсөн ҡулай ваҡыт.

Элекке йылдарҙан, йыш ҡына тарҡаулыҡ, үҙ-ара дәғүәләр, башҡорт милләтен үҫтереүҙең төп бурыстарын аңламаусанлыҡ күҙәтелгән осорҙан айырмалы рәүештә, әлеге Ҡоролтайҙы берҙәмлек менән үткәрәбеҙ. Сөнки беҙ бөгөнгөбөҙ өсөн нимә мөһим икәнен аныҡ беләбеҙ. Бөгөн Ҡоролтай ныҡлы, ышаныслы, көслө, ул милләтебеҙҙе берләштереү ҡеүәтенә эйә.

Килешәһегеҙҙер, беҙ артта ҡалған биш йылда бергәләп туған телде, мәҙәниәтте, тарихыбыҙҙы, йолаларҙы һаҡлау өсөн байтаҡ эштәр башҡарҙыҡ. Һөҙөмтәлә эске һәм тышҡы дошмандарға ҡаршы тороу йәһәтенән беҙҙә иммунитет барлыҡҡа килде. 

Заман үҙе үк беҙгә ошондай һынауҙарҙы ҡуя. Башҡорттар үҙҙәрен бөгөн дә ышаныслы, Ватанына тоғро, уны һәр саҡ яҡларға әҙер булған көслө халыҡ икәнлеген дәлилләй

Президентыбыҙҙың әйткән һүҙҙәрҙән өҙөк килтерәм: «Рәсәй дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылғандан алып башҡорттар уртаҡ Ватаныбыҙҙың сиктәрен һаҡлау буйынса айырым миссияны ла үҙ иңенә алды. Шуға күрә бөгөн дә Донбасста, Херсонщинала, Запорожьела махсус хәрби операция бурыстарын тормошҡа ашырғанда республика үҙен әүәлгесә яуаплы тота». Был һүҙҙәр Президентыбыҙҙың башҡорттарға Ватанды һаҡлаусылар булараҡ ихлас мөнәсәбәте хаҡында һөйләй. Бөгөн дә беҙ илебеҙ етәксеһе тирәләй берләштек, махсус хәрби операция бурыстарын хуплайбыҙ.

Меңдәрсә егеттәребеҙ — башҡорттар, рустар, татарҙар, республиканың барлыҡ халҡы — бөгөн махсус хәрби операция зонаһында ҡаһармандарса һуғыша. «Башҡортостан» полкы, Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов, Салауат Юлаев, Алмас Сафин исемендәге батальондар, «Ватан» отряды батырҙарса алыша. Яугирҙарыбыҙ телендә бары тик Еңеү һүҙе.

Башҡортостан интеллигенцияһының - яҙыусыларҙың, рәссамдарҙың, музыканттарҙың, артистарҙың, режиссерҙарҙың, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, блогерҙарҙың –махсус хәрби операцияға ярҙам итеү маҡсатында берләшеүе бик мөһим. Һөҙөмтәлә яңы художестволы әҫәрҙәр, китаптар, картиналар, йырҙар барлыҡҡа килә. «Бетеү», «Герой бейеүе», «Төньяҡ амурҙары», «Бесбашенный» анимация фильмдары прокатка сыҡты. 

Ф. Ғәскәров исемендәге башҡорт бейеүҙәре ансамбле «Тормош хаҡына» тип исемләнгән үҙенсәлекле бейеү ҡуйҙы. 

Башҡорттарҙың төп йыйынында тап Башҡортостандың ижади интеллигенцияһына айырым рәхмәт әйтергә теләйем. Улар иң ауыр ваҡытта халҡы менән бергә. Һеҙ дәүеребеҙ йылъяҙмаһын яҙаһығыҙ, яҡташтарыбыҙҙың хәрби батырлыҡтары тураһында һөйләйһегеҙ.

Яҙыусылар Мөнир Ҡунафин, Айгиз Баймөхәмәтов, Лариса Абдуллина, Миләүшә Ҡаһарманова, журналистар Вәдүт Исхаҡов, Айнур Кәбиров, Азат Саҙрыев, Ильяс Батыргәрәев, Артур Дәүләтбәков, артистар Рәсүл Ҡарабулатов, Радик Юлъяҡшин, Заһир Зәйнетдинов, Заһир Иҫәнсурин, «Дәрүишхан» төркөмө һәм башҡа бик күптәр махсус хәрби операция зонаһына бер нисә тапҡыр барып ҡайтты, улар егеттәребеҙҙең рухын күрәтергә ярҙам итә. Уртаҡ эшкә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһын да иҫәпләп-һанап бөтөү мөмкин түгел. Һәр ҡайһығыҙға ихлас рәхмәт!

Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү Ҡоролтайҙың да бурысы. Һәләк булған батырҙарҙың ғаиләләренә — айырым иғтибар һәм хәстәрлек бүлергә кәрәк. Ярҙамсыллыҡ беҙҙең халҡыбыҙға һәр саҡ хас булды. Әүәл-әүәлдән башҡорттар ҡайғы килгән ауылдаштарына күңел йылыһын йәлләмәгән. Беҙ ауырлыҡ кисергән ҡәрҙәштәребеҙҙе бер ҡасан да яңғыҙ ҡалдырмайбыҙ.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәрби госпиталдәргә бер нисә тапҡыр гуманитар ярҙам алып барҙы. Ҡоролтайҙың башҡа төбәктәрҙәге бүлексәләренә рәхмәт әйтергә теләйем. Дондағы Ростов, Новороссийск, Новочеркасск, Краснодар, Анапа, Санкт-Петербург, Севастополь, Симферополь, Пермь крайы, Мәскәүҙәге башҡорт йәмәғәтселәре шәхси инициатива буйынса хәрби госпиталдәрҙәге яралы яугирҙәргә ярҙам күрһәтә башланы. Был бик мөһим эш.

Башҡорттар, тарихыбыҙ һәм йолаларыбыҙ тураһындағы байтаҡ китап авторы, Дондағы Ростов башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мәхмүт Бакир улы Сәлимов хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙе эҙләшеүҙә уларҙың туғандарына ярҙам итә. Рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле Мәхмүт Бакир улы!

Ҡәҙерле дуҫтар!

 Беҙ тарихи иҫтәлектәргә таянырға тейеш. Белеүегеҙсә, 2019 йылда үткәрелгән V съезда милли батырыбыҙ, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйырға ҡарар иткәйнек. Бергәләп беҙ быны тормошҡа ашырҙыҡ. Бөгөн Өфөнөң Совет майҙаны беҙҙең өсөн әһәмиәтле урынға, ә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов башҡорт халҡының ҡаһарманлыҡ һәм ватансылыҡ символына әүерелде. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан Башҡортостан яугирҙары, атай-олатайҙары кеүек үк, нацизмға ҡаршы көрәшкә Совет майҙанынан юллана.

Беҙ был изге йоланы дауам итәсәкбеҙ – бөгөнгө Ҡоролтайҙа Өфөлә мухсус хәрби операция геройҙарына һәйкәл ҡуйырға ҡарар итәйек. Әҙерлек эшен башлап, конкурс иғлан итәсәкбеҙ. Һәйкәл ҡуйыласаҡ урын билдәле. Күренекле яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков был ниәтебеҙҙе тормошҡа ашырыр өсөн беҙгә ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер. 

Һуңғы йылдарҙа Башҡорттар ҡоролтайы менән берлектә беҙ халҡыбыҙҙың бик күп арҙаҡлы улдарының исемдәрен мәңгеләштерҙек. Пермдә руда сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимовҡа, Һамар өлкәһендә башҡорт теле ғилеменә нигеҙ һалыусы Ғәббәс Дәүләтшинға, Пермь крайында сәнәғәтсе Туҡтамыш Ишбулатовҡа һәйкәл астыҡ.

Салауат Юлаев һәйкәле темаһына айырым туҡталып китәйем. Ул ҡуйылған мәлдән 60 йылға яҡын ваҡыт үткән, һәм бөгөн федераль әһәмиәттәге бөйөк ҡомартҡыға етди реконструкция талап ителә. Эште һуҙырға ярамай. Башҡортостандың төп символына ҡарата вайымһыҙлыҡты тарих ғәфү итмәҫ. Киләһе йылда беҙ ошо ҡатмарлы һәм күләмле эшкә тотонабыҙ. Ул яҡынса йыл ярым дауам итәсәк. Әле ентекле әҙерлек алып барабыҙ, һәйкәлдең һәм уның нигеҙенең торошон өйрәнәбеҙ, башҡарылырға тейешле эштәрҙе барлайбыҙ. Атҡарыласаҡ эштең һәр этабына, уларҙың ваҡытында башҡарлыуына фәнни һәм йәмәғәт контроле булыуы бик мөһим. Хөрмәтле Ҡоролтай ағзаларын ошо дөйөм эшкә әүҙем ҡушылырға саҡырам. Һәйкәлде реконструкциялау эштәрен юғары сифатта атҡарыуҙы тап бергәләп тәьмин итербеҙгә ышанам. Һөҙөмтәлә Салауат һәйкәле үҙенең тәүге мөһабәт ҡиәфәтенә ҡайтып, артабан да беҙҙе һәм киләсәк быуындарҙы ҡыуандырасаҡ.

Тарихи хәтерҙе һаҡлау йәһәтенән беҙҙең музейҙар ҙур роль уйнай. Бөгөн музейҙар һәм фәнни берләшмәләр менән бергә 2022 йылда асылған “Шүлгәнташ“ комплексы, әле төҙөлгән Евразия күсмәндәре цивилизацияһы музейы сиктәрендә төбәгебеҙ тарихының мөһим биттәрен яҡтыртабыҙ. Николай Григорьев, Данир Ғәйнуллинға һәм уларҙың командаһына ошо мөһим музей объекттарын төҙөү буйынса ҙур хеҙмәттәре өсөн рәхмәт.

Киләһе йылда Өфөлә онотола барған шәхестәребеҙгә арналған яңы музей барлыҡҡа киләсәк. Был музей республикабыҙ һәм илебеҙ тарихында мөһим роль уйнағандар тураһында буласаҡ. Хөрмәтле делегаттар, һеҙгә үтенесем бар: яңы музейҙа кемдең исемдәре мәңгеләштерелргә тейешлеген бергәләп уйлағыҙ һәм тәҡдимдәр итегеҙ.

Бына инде дүртенсе йыл бергәләп “Атайсал“ проектын тормошҡа ашырабыҙ. Өс йыл эсендә 5,5 меңдән ашыу яҡташыбыҙ бәләкәй ватанын үҫтереү өсөн 1,3 миллиард һумдан ашыу аҡса һалды. 25 меңгә яҡын мөһим проект тормошҡа ашырылды. “Атайсал“ – башҡорттарҙың мөһим эштәр тирәләй берләшеү өлгөһө булыуын, һәр матур эш артында ысын лидерҙар тороуын күрһәтте, ул бөтә донъя буйлап һибелгән ватандаштарыбыҙҙың берләшеү ҡеүәтенең сағыу миҫалы.

Башҡорт илен сағыу ижад аша ла данларға мөмкин. Беҙ бөгөн билдәле рәссам Михаил Воронов – Кушаковскийға үҙ ижады аша башҡорт тарихын, башҡорт атын данлауына рәхмәт белдерәбеҙ.

Күп йылдар Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайын етәкләгән Рәсил Тимерғәзи улы Мөхәмәтйәновты барыһы ла яҡшы белә. Уның тырышлығы менән халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау өсөн бик күп эштәр башҡарылды. Һеҙгә күп яҡлы йәмәғәт эшмәкәрлеге, Пермь башҡорттары хаҡында хәстәрлек күреүегеҙ өсөн рәхмәт.

Әйткәндәй, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса республикала йәшәгән башҡорттар һанының күрһәткесе бик яҡшы. Әгәр 2010 йылда 1 миллион 172 мең башҡорт иҫәпләнһә, 2020 йылда был күрһәткес 1 миллион 268 меңгә етте.

Үткән Ҡоролтайҙа тел буйынса бик күп һорауҙар булды – уҡытыуҙың заманса методикаһы, яңыса уҡыу әсбаптары булмауы. Мәктәп программаһында сәғәттәрҙе ҡыҫҡартыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәндән һуң йөҙләгән башҡорт теле уҡытыусыһы үҙ яҙмышы өсөн борсолған осор ине. Флагман булып торорлоҡ проекттар ҙа юҡ ине. Дәүләт учреждениеларында башҡорт теле бөтөнләй тиерлек ҡулланылмай ине.

Шуға ла мин инвестиция, сәнәғәт һәм төҙөлөш сәғәттәре менән бер рәттән туған телдәр мәсьәләһенә арналған ултырыштар үткәрә башланым. Был кәңәшмә минең өсөн мөһимерәк ине, тип әйтә алам. Сөнки башҡорт телен һаҡлап ҡалыу проблемаһын нисек хәл итергә кәрәклеге аңлашылмай ине. Ә бит телебеҙ булмаһа, беҙ ҙә булмаясаҡбыҙ. Беҙ был мәсьәләләрҙе ижади интеллигенцияның иң билдәле вәкилдәре, алдынғы методистар менән тикшерҙек. Был эштә Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллинаның роле ҙур. Искәндәр Рәсүл улы Сәйетбатталовҡа башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын өйрәнгәне, ҡасандыр Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын асыу нигеҙендә торған Ғиниәтулла Сәфиулла улы Ҡунафинға рәхмәтлебеҙ. Ҙур рәхмәт һеҙгә!

Ошо һәм башҡа фекерҙәштәребеҙ ярҙамы менән беҙ ҙур һәм мөһим эш башланыҡ. Өҫтәүенә, ул ваҡытта йәнә инандырыу, телгә ихтирам тәрбиәләү юлынан да барҙыҡ. Һөҙөмтәлә бөгөн хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Быйыл мәктәп йәшендәге уҡыусыларҙың 80 проценты башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һайлаған. Яңы методикалар, мобиль ҡушымталар барлыҡҡа килә. Айгиз Ҡунафин милли телдә – тап ташҡортса һөйләшкән тәүге аҡыллы колонканы эшләне.

Беҙ йыл һайын туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә гранттар бүләбеҙ. Быйыл 33 ойошма 50 миллион һум аҡса алды. Уларҙан 25 проект башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Полилингваль гимназиялар төҙөйбөҙ. Әлегә һигеҙ гимназия бар, һәм беҙ уларҙың селтәрен артабан да киңәйтергә маҡсат ҡуйғанбыҙ.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан халыҡтары телдәрен үҫтереүгә лә иғтибар бүләбеҙ. Беҙ татар, мари телдәрен тәрән өйрәнеү буйынса полилингваль гимназиялар астыҡ. Бер нисә көн элек Бишбүләк районында сыуаш телен өйрәтеүсе полилингваль гимназия асырға ҡарар иттем. Был эштә республикабыҙҙа йәшәгән бөтә халыҡтарға ла ихтирам менән ҡарарға тырышабыҙ.

Башҡорт теленән йыл һайын үткәрелгән халыҡ-ара диктантты бөгөн донъяның төрлө мөйөштәрендә йөҙҙәрсә мең кеше яҙа.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан бик әүҙем эштәр алып барыла. Уның етәксеһе Гөлназ Йосопова ярҙамында башҡорт телен үҫтереү өсөн бик күп мөһим, шул иҫәптән һанлы проекттар тормошҡа ашырыла. 

Иртәгә республикала Башҡорт теле көнөн билдәләйбеҙ. Мөмкинлектән файҙаланып, барығыҙҙы ла етеп килгән ошо байрам менән дә ҡотлайым!

Балаларыбыҙҙың бала саҡтан уҡ туған телен өйрәнеүе бик мөһим. Бөгөн ошо йәһәттән эш 800-ҙән ашыу балалар баҡсаһында алып барыла. Әммә беҙгә балалар өсөн башҡорт телен өйрәнеү методикаһын камиллаштырырға, уны уңайлы һәм мауыҡтырғыс итергә кәрәк. Бында Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорттар ҡоролтайы, Аҡмулла исемендәге педагогия университеты, Мәғарифты үҫтереү институты эшләргә тейеш.

Беҙ йыл һайын Милли кейем көнөн билдәләйбеҙ. Бөгөн республикала күптәр этно-стилдәге кейемгә һәм милли биҙәүестәргә өҫтөнлөк бирә. Беҙ башҡорт эш костюмын булдырҙыҡ, ошо эште дауам итеү буйынса идеялар тағы ла бар. Быға йыл һайын иң яҡшы милли кейем оҫталарын йыйған “Тамға” конкурсы ярҙам итә. Был мөһим эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ.

Быйылдан 10 октябрь Ҡурай көнө тип иғлан ителде. Республикала Дәүләт ҡурайсылар ансамблен ойоштороуҙы ла мөһим аҙым тип иҫәпләйем.

Мәҙәниәтебеҙҙең сағыу символдарының йәнә береһе – башҡорт бейеүе. Бейеү теле һәр кемгә аңлашыла. Беҙ милли хореография үҫешенә әүҙем булышлыҡ итәбеҙ. Күренекле башҡорт балетмейстеры Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәровтың тыуған көнөн – 21 октябрҙе Милли бейеү көнө итеп иғлан итеү мөһим, тип иҫәпләйем. Ошо йәһәттән тейешле документ ҡабул итәсәкмен.

Ҡәҙерле дуҫтар!

Артта ҡалған биш йыл эсендә беҙгә һәм шәхсән миңә төрлө ялған һәм яла яғыуҙар аша үтергә тура килде. Беҙҙең идара итеү командаһына республика үҫешенең етерлек темптарҙа булмауында нигеҙһеҙ ғәйепләүҙәр белдерелде. Бигерәк тә, үҙ ваҡытында бары шәхси мәнфәғәттәрендә дәүләт ҡаҙнаһына йәбешеп ятҡандар идара итеү командаһынан ситләтелгәс, тап ошо эшмәкәрҙәр беҙ алып барған милли сәйәсәткә бәйле асыҡтан-асыҡ ялған таратып, ризаһыҙлыҡ белдерҙе.

Уларҙың ҡайһы берҙәрҙең фекерҙәре Башҡортостан башҡорттар өсөн генә булырға тейеш тигән идеяларға ҡайтып ҡала. Улар йәнәһе лә экологик хоҡуҡтарҙы яҡлаусы булып Баймаҡ районында йөҙҙәрсә кешенең башын бутаны, уларҙы үҙ мәнфәғәттәрендә файҙаланып күпме кешене алданы.

Моғайын беҙгә, милләтебеҙҙең тап әлеге үҫеш осоронда, быларҙың барыһын да үтергә кәрәк булғандыр. Ошо ҡатмарлы конфликттан һуң, үҙ-үҙебеҙгә милләттебеҙ өсөн бөгөн нимә мөһим тигән һорау биреп, уға яуап табыу өсөн. Милләтте "ҡараңғы" юлдан алып китергә маташыусыларҙың ысын мотивтары – Башҡортостанға Рәсәй халыҡтарының күп милләтле ғаиләһендә үҫешергә юл ҡуймау. Ҡабатлайым: был дәүләт "кормушкаһынан" ғәҙел рәүештә ситләтелгән айырым кешеләрҙең үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыу мотивы.

Шул уҡ ваҡытта мин республиканы үҫтереү, уның менән идара итеү юлында, Башҡортостанды дәүләт булараҡ барлыҡҡа килтереүсе төп милләттән, уның ярҙамынан тыш алға барыу мөмкин түгеллеген аныҡ беләм. Ошо ярҙамды тоймаһаң, был эшкә тотонорға ла кәрәкмәй. Ә мин бөгөн һеҙҙән ана шул ярҙамды тоям. 

Бының өсөн мин бөгөн үҙемдең ҡәҙерле башҡорттарыма рәхмәт әйтәм. Әлеге ауыр заманда миңә терәк булғанығыҙ өсөн оло рәхмәт.

Ялған таратыу, башҡорт халҡы менән манипуляцияларға маташыу мәлдәрендә зыялыларыбыҙҙың иң яҡшы сифаттары асылды. Яҙыусылар, ғалимдар, ижади эшмәкәрҙәр ҡаушап ҡалманы, ысын ҡыйыулыҡ күрһәтте. Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина һәм Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы Бураҡаева, күп һанлы һөжүмгә дусар булды. Улар кешеләргә дөрөҫлөктө аңлатырға тырышҡан өсөн, дошмандарыбыҙҙың аяуһыҙ мәғлүмәт һөжүме менән осрашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәм, махсус хәрби операция башланғас, Украина оборона министры тап беҙҙең халыҡҡа "Башҡорттар нимә өсөн һуғыша?" тигән һорау менән мөрәжәғәт итте. Шул саҡта мин уларҙың ни өсөн тап беҙгә ҡарата шундай иғтибар бүлгәндәре тураһында уйландым һәм иң мөһим нәмәне аңланым: улар беҙҙән ҡурҡа. Сөнки беҙ – яугир халыҡ һәм һәр ваҡыт үҙ Ватаныбыҙға тоғро. Беҙҙе һуғыш яланында ла һындырып булмай. Сөнки беҙҙең халыҡ араһында бер ваҡытта ла хыянатсылар булмаған. Беҙ Рәсәйҙе биш быуат дауамында яҡланыҡ һәм яҡлаясаҡбыҙ.

Ә улар беҙҙе эстән тарҡатырға маташыруа ғына һәләтле. Әммә бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Сөнки улар менән яуызлыҡ һәм ҡурҡыу идара итә. Ә беҙҙең менән - Башҡортостан һәм башҡорт халҡының киләсәге өсөн хәстәрлек.

Матур киләсәгебеҙ өсөн бөтәһе лә - телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ бар. Ә иң мөһим байлыҡ - халҡыбыҙ. Зирәк йәштәребеҙ һәм аҡыллы зыялыларыбыҙ, ҡалаларҙа һәм ауылдаҙа йәшәгән ныҡлы ғаиләләр, эштең рәтен белгән ир-егеттәр һәм ғаилә усағын һаҡлаған ҡатын-ҡыҙҙар.

Тағы ла беҙҙә йөҙәр йылдар дауамында нығынған халыҡтар дуҫлығының уникаль өлгөһө, бөйөк держава составында башҡа милләттәр менән татыу йәшәү традициялары бар. Тап шуның өсөн киләсәктә лә барыһы ла мотлаҡ яҡшы буласаҡ!

Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн беҙ ҡатмарлы цивилизация процесында ҡайһы бер халыҡтарҙың өҫкә күтәрелеүен, ә ҡайһы берәүҙәрҙең планета йөҙөнән юҡҡа сығыуын күрәбеҙ. Заманса ҡарашлы, тиҙ үҙгәреүсән шарттарға яраҡлашҡан милләттәр үҫешәсәк, шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәренең рухи иммунитетын һәм милли үҙенсәлеген һаҡлап ҡаласаҡ. Улар ассимиляция саҡырыуҙарына һәм янауҙарына, йотолоуға, урбанизацияға һәм милләт нигеҙҙәрен юйған дөйөм глобалләшеүҙең башҡа саҡырыуҙарына ҡаршы тора ала.

Бында мин үрҙә әйтеп үткәндәр эштәр бик мөһим – ул телде, мәҙәниәтте, йолаларҙы, ҡомартҡыларҙы, музейҙарҙы, милли байрамдарҙы, спорт төрҙәрен һаҡлау һәм башҡалар. Әммә шул уҡ ваҡытта милләттең, ата-бабаларҙың иң яҡшы мираҫын һаҡлап, заманса үҫешеү. Беҙҙең йәштәр үҙебеҙҙең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инһен, эшләһен, ижад итһен, балаларын тыуған ерендә үҫтерһен өсөн, уларға иғтибар бүлергә кәрәк. Шуға ла республика Хөкүмәтенә ошо эште бер нисә тапҡыр әүҙемләштереү бурысын ҡуям.

Мин күптән түгел Мәскәүҙә белем алған Башҡортостан йәштәре менән осраштым. Уларҙың туған телде төплө белеүҙәре, сағыу идеялары һәм алдынғы проекттары миңә ныҡ тәьҫир итте. Был йәштәр Башҡортостан менән йәшәй, тыуған ерендә барған ваҡиғаларҙы иғтибар менән күҙәтә. 

Ғинуар аҙағында, ҡышҡы каникулдар ваҡытында, Көрәш һарайында республиканан ситтә белем алған бөтә студенттарҙы йыйырға ниәтләйбеҙ. Был сараға кадрҙар хеҙмәттәрен, Башҡортостандың эре предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәрен саҡырабыҙ.

Минең ҡушыуым буйынса былтыр Башҡортостандың Мәскәүҙәге вәкиллеге командаһы һәм Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы илебеҙ башҡалаһының - 25 һәм Санкт-Петербургтың 46 юғары уҡыу йорто етәкселеге менән осрашыуҙар үткәрҙе. Бер йыл эсендә башҡалалар вузында 30 яңы клуб – йәш яҡташтар ойошмалары барлыҡҡа килде.

 Башҡортостандың халыҡ-ара бәйләнештәрен киңәйтеүгә, Мәскәүҙәге вәкиллегебеҙҙең уңышлы эшенә почетлы дипломатыбыҙ Ришат Нурахман улы Халиҡов ҙур өлөш индерҙе. Ошона ла айырым билдәләп үтергә теләйем.

Ҡәҙерле дуҫтар! Миңә һәм минең команда өсөн иҡтисадты, бөтә социаль инфраструктураны үҫтереү, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, экологик именлек мәсьәләләрен хәл итеү бик мөһим. Власть граждандарҙы яҡламаған, уларҙың проблемаларына тейешле иғтибар бирмәгән урындарҙа, шул уҡ Баймаҡ, Учалы райондарындағы кеүек, тыуған төбәгенә вәхшиҙәрсә ҡараш булыуы арҡаһында кешеләрҙең ҡәнәғәтһеҙлеге артып, һөҙөмтәлә ҡатмарлы хәлдәр менән осрашабыҙ

Алтын сығарыу өсөн лицензия алып республикаға килгән компаниялар тәбиғәтте, йылғалар үҙәндәрен юҡ итә, ошо зыянды ҡаплатмай. Шул уҡ ваҡытта бер тин аҡса төбәк һәм урындағы бюджеттарға эләкмәй, ә сит илгә китә. Әлбиттә, был күренеш кешеләрҙәең асыуын ҡабарта. Беҙ быға артабан юл ҡуймаясаҡбыҙ. Был беҙҙең өсөн ҙур һәм бик мөһим һабаҡ булды.

Һүҙемдең аҙағында тағы ла бер мөһим фекеремде еткерәм.

Беҙҙең төп маҡсат – күп милләтле Башҡортостандың именлеге һәм сәскә атыуы бары тик Рәсәй халыҡтарының дуҫ ғаиләһе составында! Ә беҙҙең төп бурыс - Башҡортостанда һәм унан ситтә туған телебеҙҙе, үҙенсәлекле мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү.

Беҙҙең индә ятҡан яуаплылыҡ башҡорт халҡының киләсәге өсөн генә түгел. Беҙ - Рәсәй державаһының ышаныслы терәге. Беҙ Рәсәйҙә милләтебеҙ һаны буйынса дүртенсе урында торабыҙ. Беҙ-күсмә халыҡтан пилотһыҙ аппараттарға, сәнәғәт роботтарына һәм һанлаштырыуға табан атлаған заманса милләт. Беҙ илдә иң сифатлы яғыулыҡ буйынса алдабыҙ. Яңы быуын хәрби самолеттар өсөн иң алдынғы моторҙар төҙөүсе булараҡ алдынғыбыҙ. Донъя әһәмиәтендәге иң уңышлы фәнни-белем биреү үҙәге булыуы менән дә беренсебеҙ. 

Киләсәктә тыуған Башҡортостаныбыҙҙы һәм бөйөк Рәсәйҙе үҫтереү буйынса күләмле пландарыбыҙ бар. Ошо эштәрҙе тормошҡа ашырыуҙа ла Ҡоролтай әүҙем булһын тип теләйем. 

Барығыҙға ла, ҡәҙерле дуҫтар, ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем! Ә Ҡоролтайға - емешле эш һәм яңы ҡаҙаныштар!

Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: