Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Тирә-яҡ мөхит
16 Апреля , 06:55

Ҡыйҙы ташлар алдынан сорттарға бүлегеҙ

Баймаҡ ҡалаһында үҫемлек ҡалдыҡтарын ташлау өсөн элекке дөйөм ҡыйлыҡ эргәһендә махсус майҙансыҡ булдырылған. Унда ағас ботаҡтарын, үләндәрҙе түгергә мөмкин. Иҫке мебель, көнкүреш техникаһы - эре көнкүреш ҡалдығы булып һанала һәм сүп-сар контейнерҙары эргәһендә ҡалдырырға мөмкин. Ләкин уларға айырым тариф билдәләнгән. Шунда уҡ өйҙә, фатирҙа косметик ремонт яһағандан һуң ҡалған обой, линолеум, тәҙрә рамдары кеүектәрҙе лә ташларға була. Ә инде иҫке машина... Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Ер ҡарҙан әрселә башлау менән халыҡ йорт-ҡураһын таҙартып, сүп-сарҙан ҡотолоу юлын эҙләй башланы. Кемдер уларҙы тыйылһа ла ихатаһында яндыра, бәғзеләр дөйөм ҡыйлыҡҡа сығарып түгә. Әммә “Ҡый” реформаһына ярашлы сүп-сарға ҡарата талаптарҙың ҡәтғиләшкәнен онотмағыҙ. Кире осраҡта, административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуығыҙ ихтимал.

Баҡсанан сыҡҡан ҡый ҡаты көнкүреш ҡалдығы, тип һаналмай. Шуға күрә лә уларға тариф билдәләнмәгән һәм төбәк операторҙары алырға ла тейеш түгел. Шул сәбәпле, һәр кем баҡсала йыйылған үҫемлек ҡалдыҡтарын: үлән, емеш-еләк ҡалдыҡтарын үҙҙәре ҡыйлыҡҡа сығарыу йүнен күререгә тейеш. Уларҙы шулай уҡ көнкүрештә натураль органик ашлама итеп тә ҡулланырға мөмкин.

Баймаҡ ҡалаһында үҫемлек ҡалдыҡтарын ташлау өсөн элекке дөйөм ҡыйлыҡ эргәһендә махсус майҙансыҡ булдырылған. Унда ағас ботаҡтарын, үләндәрҙе түгергә мөмкин.

Иҫке мебель, көнкүреш техникаһы - эре көнкүреш ҡалдығы булып һанала һәм сүп-сар контейнерҙары эргәһендә ҡалдырырға мөмкин. Ләкин уларға айырым тариф билдәләнгән. Шунда уҡ өйҙә, фатирҙа косметик ремонт яһағандан һуң ҡалған обой, линолеум, тәҙрә рамдары кеүектәрҙе лә ташларға була. Ә инде иҫке машина тәгәрмәстәрен йыйыу өсөн Куйбышев урамы, 78-се йорт буйынса (элекке “Баштехконтроль”) ваҡытлыса майҙансыҡ булдырылған. Лампа һәм батареяларҙы Әлибаев урамының 46-сы, Тыныслыҡ урамының 17-се һәм Сибай урамының 62-се йорт адрестары буйынса махсус бокстарға ҡалдырға мөмкин.

Эре төҙөлөш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн төбәк операторы менән айырым килешеү төҙөргә кәрәк.

Ихата һәм баҡса алдарын, биләмәләрҙе сүп-сарҙан таҙартҡан осорҙа административ комиссия айырым режимда эшләй. Үрҙә һанап кителгән талаптар күҙәтелмәгән осраҡта граждандар БР-ҙың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодекстың 6.1 статьяһының 2-се бүлегенә ярашлы яуапҡа тарттырыла һәм штраф һалына.

Көнкүреш һәм предприятиеларҙан сыҡҡан ҡаты һәм шыйыҡ ҡалдыҡтарҙы, шулай уҡ ҡар һәм юлдарҙы таҙартҡандан йыйылған ҡыйҙы муниципаль норматив буйынса ҡаралған урындан ситкә ташларға ярамай. Кире осраҡта административ штарф һалына: граждандарға ул – 500-3000 һум, вазифалы берәмектәргә – 5000-8000 һум, юридик берәмектәргә – 25000-3000 һум тәшкил итә.

Контейнерҙарҙа ниндәй сүп-сарҙы ташларға мөмкин? Уларға ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар нормативына торлаҡ һәм торлаҡ булмаған биналарҙың эсендә барлыҡҡа килгән ҡый-һайҙы ҡалдырырға мөмкин: йәғни, көнкүреш, ризыҡ, полиэтилен, ҡағыҙ, макулатура, кейем, аяҡ кейемдәре, шешәләр, быяла һәм пластик һауыттар, металл изделиялары.

Эре ҡалдыҡтар иҫәбенә ҡулланыштан сыҡҡан һәм сүп-сар контейнерҙарына һыймаған, оҙонлоғо 0,5 метрҙан ҙурыраҡ булған әйберҙәр инә: мебель, ремонттан ҡалған обой, плинтус, биҙрә, пластик торбалар, ишектәр, инженер селтәрҙәре һәм ҡоролмалары.

Кирбес, бетон онтаҡтары, стеналарҙы, ҡыйыҡтарҙы, иҙәндәрҙе емергәндән һуң, шулай уҡ ремонт һәм реконструкция эштәренән ҡалған ҡалдыҡтарҙы сүп-сар ташлау контейнерҙары майҙансыҡтарында ҡалдырырға ярамай. Уларҙы халыҡ үҙҙәре, үҙ иҫәптәренә ҡыйлыҡҡа сығарып түгергә тейеш. Шулай уҡ ағастарҙы, ботаҡтарҙы, ҡойолған япраҡтарҙы, ихатала үҫкән ҡый үләндәрен, йәшелсә-емештәрҙән ҡалған, йорт малынан барлыҡҡа килгән ҡалдыҡтарҙы, иҫке машиналарҙы һәм уларҙың кәрәкмәгән запас частарҙы ла махсус билдәләнгән ҡыйлыҡҡа сығарырға кәрәк. Был талаптар үтәлмәгән осраҡта административ штраф ҡаралған.

Лилиә ТАКАЕВА.

Ҡыйҙы ташлар алдынан сорттарға бүлегеҙ
Ҡыйҙы ташлар алдынан сорттарға бүлегеҙ
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас