"Ҡар ныҡлап иреп бөтмәһә лә, Айсыуаҡ ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары "Таҙа кесаҙна" акцияһына ҡушылып, урамды ҡыйҙан таҙартты.
90 йәшлек Савельева Раиса Николаевна, Ынйыбика,Рәмзия, Фәниә Кәбировалар, Аккулова Розалия апайҙар был эштә әүҙемлек күрһәтте.
"Был беҙҙең йорт, беҙҙең урам. Уны беҙ таҙаламаһаҡ, кем таҙалар. Матурлыҡ - үҙ ҡулыбыҙҙа", - тине Ынйыбикә апай.
«Айсыуаҡ» урамының әүҙем апай-инәйҙәре барыһына ла бер тауыштан әйтә: «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар! Яҙ етте, өмәгә сығайыҡтар!Бергәләп эшләһәк, күңелле лә булыр, ауылыбыҙ ҙа куркәм, матур булыр", - тинеләр.
Ошондай әүҙемлек, фиҙаҡәрлек һәм тырышлыҡ өсөн оло рәхмәт һеҙгә, Айсыуаҡ урамы ҡатын-ҡыҙҙары" - тип хәбәр итте Иҫке Сибай ауылынан Эльмира Танһыҡҡужина.