+2 °С
Болотло
Кисә Буранбай ауылы халҡы, уҡыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре "Таҙа Һаҡмар" акцияһына, экологик өмәгә ихлас ҡушылды. Улар Һаҡмар йылғаһының ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты. Ауылдың күрке булған тирәктәрҙең ҡороғандарын бер урынға өйҙө. Ауыл китапханасыһы Зәкиә Ғәйетбаева өмәлә ихлас ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
"Йылға, шишмә буйҙары таҙа булһын, ҡыйҙар ташламайыҡ", - тине ул ауыл халҡына өндәшеп. Эйе, тирә-яғыбыҙ матурлығы, таҙалығы үҙ ҡулыбыҙҙа икәнлеген һәр кем онотмаһа ине.