Һаҡмар
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Тирә-яҡ мөхит
5 Ноябрь 2025, 05:45

Басайҙар шишмәһен таҙартты

Күсей ауыл биләмәһендә йылғаларҙы, йылға буйҙарын, һыу аҡҡан торбаларҙы, күперҙәрҙе сүп-сарҙан таҙалау буйынса өмәләр иғлан ителгәйне.

Басай ауылы халҡы Төйәләҫ йылғаһын таҙаланы. Афарин!

--Көндәр һыуыныу менән йылғалар туңа башлай, ҡыш етһә инде шәре сыға, кәртә-ҡураны һыу баҫыу янай. Шәре сығып ыҙалатмауҙы алдан хәстәрләп Күсей ауыл биләмәһендә 23 октябрь йылғаларҙы, йылға буйҙарын, һыу аҡҡан торбаларҙы, күперҙәрҙе сүп-сарҙан таҙалау буйынса өмәләр иғлан ителгәйне.
Басай ауыл халҡы ғәҙәттәгесә әүҙем генә өмәгә сыҡты. Төйәләҫ йылғаһы буйында япрағын, сүп - сарын йыйҙы, ир -егеттәр торбаларҙы таҙартып сыҡты, — тип хәбәр итәләр Басай ауылынан.

Ә һеҙҙең яҡтарҙа халыҡ өмәгә сығамы?

Басайҙар шишмәһен таҙартты
Басайҙар шишмәһен таҙартты
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас