Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
26 Сентябрь 2025, 14:10

Сит илгә барғансы, Баймаҡҡа килегеҙ

Ә иң ҡыҙығы: Хеопс пирамидаһы, Кайлас тауы һәм Төнъяҡ полюсы бер өсмөйөштө бирә. Уларҙың ике яғы теүәл 6666 км тәшкил итә. Ә Хеопс менән Кайлас араһы - 4999 км. Өсмөйөштөң биссиктрисаһын өс тигеҙ өлөшкә бүлгәндә, уның юғары нөктәһе – Төнъяҡ боҙло океандың Яңы Еренә, ә түбәнге нөктәһе тап беҙҙең райондың Байыш ауылына тура килә. Ненецтарҙың мифологияһына танып әйткәндә, Яңы Ерҙең ер аҫтында сирт ҡәбиләһе кешеләре йәшәгән. Ә инде Байыш ауылы эргәһендә “ер аҫты донъяһы антеннаһы” тип атап йөрөтөлгән күп менгирҙар бар. Был үҙе үк беҙҙең өсөн сер һаҡлаған бер тарих. Күптән түгел Ишмөхәмәт ауылы эргәһендә археологтар ҡыҙыҡлы күренештәргә юлыҡҡан. Тимәк, беҙҙең яҡтар ысынлап та бай тарихлы төбәк...

Тыуып үҫкән еребеҙҙең, тәбиғәтен өйрәнеп бөтмәгән, күрмәгән мөғжизәһе бик күп. Уларҙың һәр береһенең бай тарихы бар. Эргәһенән мең тапҡыр үтеп йөрөһәк тә, күҙ ҙә һалмаған, уларға иғтибар ҙа бирмәгән урындар ҙа юҡ түгел. Шул уҡ ваҡытта бөтөләй сит тарафтарҙың тәбиғәтенә ҡыҙығып, күп аҡсалар түгеп, сәйәхәткә сығып китәбеҙ. Уйлап ҡараһаң, Башҡортостаныбыҙҙа ла, районда ла мөғжизәле урындар бик күп. Райондаштарыбыҙ араһында һәр бер ташты, ҡаяны, ағастарҙы, йылға-шишмәләрҙең атамаһын, тарихын өйрәнеп, ундағы матурлыҡты күрә белеп, уларҙы башҡаларға еткереүселәр ҙә бар. Шуларҙың береһе – Фәрит Нәбиуллин. Уның “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге диуарына һалып барған бай мәғлүмәттәрҙе һәр ваҡыт ҡыҙыҡһынып, танышып барам. Уларҙан үҙемә күп белешмәләр алам. Бөгөн тыуған яғын һөйгән һәм тәбиғәтте өйрәнеүсе яҡташыбыҙ Фәрит Нәбиуллинды саҡырып, уға бихисап һорауҙарыбыҙҙы бирҙек.

  • Фәрит, тәбиғәткә булған һөйөү ҡайҙан килә?

- Мин - урман балаһы. Атайым Радик Әсмәндиәр улы ваҡытында Ишбирҙе, Темәс ауылдарында урман хужалығында эшләне. Ул һәр ваҡыт үҙе менән мине лә ала торғайны. Атайым белгән тәбиғәт серҙәрен миңә лә өйрәте, күп кенә мәғлүмәттәр бирә ине. Шулай уҡ әсәйем Мәҡсүдә Шәйәхмәт ҡыҙы менән дә урманға еләк йыйырға, бәшмәккә күп йөрөнөк. Урманда ятып, бесән эшләү – матур хәтирә булып һаҡлана. Миндә тәбиғәткә һөйөү атай-әсәйем аша киләлер, тип уйлайым.

- Бик күп сәйәхәт итәһең. Уларҙы фотоға, видеоға төшөрөп интернет селтәрҙәренә һалаһың. Бөгөн социаль селтәрҙәге битләүеңдә тупланған материалдарҙы ҡарап, тыуған яҡты һәм тарихты өйрәнеү энциклопедияһы тип атарға мөмкин.

- Эйе, мин күргән матурлыҡты башҡалар ҙа күрергә тейеш, тип иҫәпләйем. Тыуған яғыбыҙҙың гүзәллеген ҡарап, һәр кем тыуған төйәгебеҙ өсөн ғорурлыҡ кисерһен.

  • Фотоларҙағы күренештең тарихы тураһында ла мәғлүмәттәр ҙә өҫтәп яҙаһың...

- Халыҡҡа үҙем белгән тиклем тарихты биреп барырға тырышам. Белмәһәм, эҙләнәм, өйрәнәм. Башҡалар ҙа үҙҙәре белгәндәре менән уртаҡлаша. 

- Тәбиғәт күренешенән һине күберәк нимә тарта?

- Бөтәһе лә. Айырып ҡына әйтә алмайым. Атлаған һәр аҙымым һайын ундағы таштар, баҫҡан ерем, шишмә, үҫемлектәр миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Белмәйем икән, китаптарҙан, интернет селтәренән яуап эҙләйем. Был тәңгәлдә минең бер ниндәй ҙә махсус белемем юҡ. Һөнәрем буйынса мин – юрист. Ә ҡалғандары минең ҡыҙыҡһыныуым.

- Шәхси архивта күпме фото-видеояҙмалар бар?

- Улар бик күп. Ҡайҙа булһам да фотоға төшөрәм. Иң матурҙарын шунда уҡ битләүгә һалам. Уларҙы башҡалар үҙҙәренә күсереп ала. Һуңынан интернет селтәрҙәрендә кешеләрҙең тыуған төйәгенең матурлығы менән ғорурланып яҙыуҙарын күреп, яратҡан шөғөлөм бушҡа түгеллеген аңлайым.

- Заманында “перспективаһыҙ” мөһөрө һуғылған ауылдарҙың тарихы менән дә ҡыҙыҡһынаһың.

- Тап шундай ерҙәр бай тарих һаҡлай ҙа инде. Әйтәйек, тәүҙә Ишмырҙа, һуңынан Семеновск ауыл Советы биләмәһенә ҡараған Йолалы руднигы заманында районда мөһим урын биләгән. 1917 йылда унда - 261, 1939 йылда - 1540, 1961 йылда 27 кеше йәшәгән. Күреүегеҙсә, шундай ҡырҡа үҙгәреш бар. Бөгөн Йолалы ауылында зыярат һәм ике менгир ғына һаҡланып ҡалған. Һуңғыларының ҡайҙан һәм ҡасан барлыҡҡа килгәне билдәһеҙ.

- Ысынлап та, һиндә һаҡланған мәғлүмәттәрҙең, һәр тәбиғәттең күренеше буйынса айырым архив тупларға мөмкин. Әйтәйек, шишмә, ҡоҙоҡ, йылғалар...

- Эйе, уларҙың һәр береһенең үҙ тарихы бар. Мәҫәлән, Дәүләт ауылында эргәһендәге шишмәне халыҡ телендә Самауыр, тип атап йөрөтәләр. Ләкин уның ысын атамаһы – Ҡаҙаҡ сапҡан. Һыу алған ерен генә Самауыр, тип йөрөтәләр. Уның тарихы Һары батыр тауы менән бәйле. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Әмир Сәйғәфәровтың “Ер-һыу атамалары” китабында йылғаның өҫ яғы - Иҫке Ыҙма, ә Ҡаҙаҡсапҡан яланы буйлап аҡҡан урыны Ҡаҙаҡсапҡан йылғаһы, тип атала, тиелгән. Ваҡытында ер-һыу атамаларың шулай китапта теркәлеп, киләсәк быуынға тапшырылыуы тарихты һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә.

- Иң яратып сәйәхәт иткән урының?

- Ирәндек буйҙары. Унда бер ауыл да, туҡтауһыҙ геүләп торған машиналар ҙа, донъяуи ығы-зығы ла юҡ. Унда бейек тауҙар, ҡуйы урман һәм киңлек. Баш осонда ҡояш, саф һауа, иләҫ кенә иҫкән ел. Тарихи нәфис фильмдарҙы төшөрөү өсөн бик тә ҡулайлы урын.

- Һеҙҙе ғәжәпләндергән урындар бармы?

- Атап ҡына бына шул ер мине ныҡ ҡыҙыҡһындыра, тип әйтә алмайым. Тыуған еребеҙҙең ҡайһы ғына ерен алып ҡарама, мөғжизәгә тиң. Мәҫәлән, Манһыр, Фәйзулла ауылдарын алайыҡ. Уларҙа бай тарих һаҡлана. Ҡыҙылъяр буйҙары йәшмәгә бай. Улар Дәүләт, Абҙаҡ, Моҡас, Әхмәр ауылдары яҡтарында ла бар. Археологтарҙың ҡаҙаныу эштәре барышында бында йәшмәләрҙән яһалған төрлө ҡомартҡы әйберҙәре табып алыуҙары билдәле. Шул дәүер кешеләренең утта ташты ҡыҙҙырып, үҙҙәренә кәрәкле ҡорал эшләгән. Күптән түгел ошо хаҡта яҙылған мәғлүмәтемә яуап итеп, бер кеше үҙенең таш быуатта файҙаланылған балта табып, археологтарға тапшырыуы хаҡында яҙғайны.

- Сәйәхәт иткәндә иң беренсе һине нимә ҡыҙыҡһындыра?

- Ҡайҙа ғына барһам да, тәү сиратта шул ерҙең атамаһы, легендаһы менән ҡыҙыҡһынам. Белеүселәр булһа һөйләтеп алам. Булмаһа үҙем эҙләнә башлайым. Башлыса мин мәғлүмәттәрҙе Әмир Сәйғәфәровтың “Ер-һыу атамалары” китабынан табам.

- Шуларҙың бер-икәүһе менән таныштырып үтһәң ине.

- Икенсе Моҡас яғында Боғалығыр тигән тау теҙмәһе бар. Ул элек ҡара урман менән ҡапланған булған. Абҙаҡ ауылына нигеҙ һалыусыларҙың береһенең һыйыр көтөүе юҡҡа сыҡҡан. Уларҙы оҙаҡ ҡына эҙләгән, таба алмаған. Юғалған һыйыр һәм үгеҙҙәр иркенлектә йөрөп, ҡырағайға әйләнгән. Йыртҡыс йәнлектәргә лә ҡаршы тороп, үҙҙәрен яҡлай алған. Улар кешеләргә лә ташланған. Был хаҡтағы хәбәр хужаһына барып еткән. Ул үҙенең малын алып ҡайтып бикләгән. Шул хәл-ваҡиғанан һуң һыйыр-үгеҙҙәр йөрөгән был урын Боғатау тип атап йөрөтөлә башлаған. Борон халыҡ телендә “боға” һүҙе үгеҙ тигәнде аңлатҡан. Боғатау – боғалар тауы, тора-бара ул Боғалығырға әйләнгән. Был тауҙың икенсе тарихы ла бар. Икенсе Моҡас ауылы яғынан ҡарағанда был тауҙар теҙмәһе һуҙылып ятҡан үгеҙгә оҡшаған. Ҡаҙаҡтар башҡорт ерҙәренә барымтаға килгәнен беренсе булып ошо тау башында торған ҡарауыл күргән. Ул ҡаҙаҡтарҙың килеүен башҡаларға хәбәр итеү өсөн, шунда усаҡ тоҡандырған. Утты Йәнгүҙәй тауы башында торған кеше күреп, ул да ут тоҡандырған. Шулай итеп хәүеф янауын улар ут яғып Һаҡтау, Яғалса, Атҡарағай, Ҡуянтау, Ишкилде тауҙарында торған ҡарауылсыларға еткергәндәр. Һөҙөмтәлә башҡорттар барымтаға килгән ҡаҙаҡтарға алдан әҙерләнеп, ҙур ҡаршылыҡ күрһәткән. Шул сәбәпле, ҡаҙаҡтар был тауҙар теҙмәһен үҙ телендә Ҡаратау тип йөрөтә башлаған.

- Ер-һыу атамаларына бәйле ниндәй ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар булғаны бар?

- Фәйзулла ауылының икенсе исеме – Шүрәле. Ул ауыл эргәһендә Күбәташ, Ослотау тауҙары бар. Күбәташҡа бәйле халыҡ араһында ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә булған. Уны бер күбә бесән тип, берүбереһенә алдап һатыусылар ҙа булған.

- Тарих төпкөлөнән ниндәй ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе килтерә алаһың?

- Беҙҙең яҡтар, ысынлап та, мөғжизәгә бай. Билдәле хирург-офтальмолог Эрнест Мулдашев үҙенең күп мәҡәләләрендә, китаптарында тап ошо башҡорт ерҙәре асылмаған сер һаҡлай, тип яҙа. Уның әйтеүенсә, башҡорт халыҡ ижадындағы Аҡбуҙат килеп сыҡҡан Йылҡысыҡҡан күленән Тибеттәге Кайлас тауҙарына һәм Египеттағы Хеопс тауҙарына тиклемге аралыҡ теүәл 3333 километр тәшкил итә. Хеопс пирамидаһы бер һыҙыҡта ятҡан Башҡортостандың төнъяғында урынлашҡан менгирҙар аша үтә. Ә иң ҡыҙығы: Хеопс пирамидаһы, Кайлас тауы һәм Төнъяҡ полюсы бер өсмөйөштө бирә. Уларҙың ике яғы теүәл 6666 км тәшкил итә. Ә Хеопс менән Кайлас араһы - 4999 км. Өсмөйөштөң биссиктрисаһын өс тигеҙ өлөшкә бүлгәндә, уның юғары нөктәһе – Төнъяҡ боҙло океандың Яңы Еренә, ә түбәнге нөктәһе тап беҙҙең райондың Байыш ауылына тура килә. Ненецтарҙың мифологияһына танып әйткәндә, Яңы Ерҙең ер аҫтында сирт ҡәбиләһе кешеләре йәшәгән. Ә инде Байыш ауылы эргәһендә “ер аҫты донъяһы антеннаһы” тип атап йөрөтөлгән күп менгирҙар бар. Был үҙе үк беҙҙең өсөн сер һаҡлаған бер тарих. Күптән түгел Ишмөхәмәт ауылы эргәһендә археологтар ҡыҙыҡлы күренештәргә юлыҡҡан. Тимәк, беҙҙең яҡтар ысынлап та бай тарихлы төбәк.

Шул уҡ Ғәле тауын алайыҡ. Унда ла менгирҙар, ҡурғандар күп. Археологтар ҡаҙыныу эштәре алып барған “Улаҡ – 1“, һәм “Улаҡ – 2” тип аталған боронғо ҡаласыҡтар бар. Бында бурсаға оҡшаш теҙелеп киткән таштар күп. Стәрлетамаҡ педагогия институтының уҡтыусыһы Айҙар Йәминевтың студенттар менән эҙләнеү эштәре алып барғанда шуларҙың береһенә “Атланттар һуҡмағы” тигән исем ҡуша. Шундай таштарҙың да килеп сығыуы үҙе бер мөғжизә. Бында йөрөгәндә ваҡыт та туҡтап ҡалған кеүек. Сөнки һәр бер таш, ҡыуаҡ үҙе бер оло тарих һаҡлай.

Һәр бер тәбиғәт мөйөшөн алып ҡараһың да, уның үҙенең бай тарихы бар. Шуныһы ҡыҙғаныс, ҡайһылары онотола бара. Бәхтегәрәй ауылындағы Ирәндектән ағып төшкән тау шишмәһен күргәнегеҙ бармы? Ул да бит баҫҡыс кеүек теҙеп кенә түшәлгән таштар өҫтөнән аға. Мөғжизәме? Әлбиттә!

- Фәрит, күп сәйәхәт итәһең, аҙашҡан осраҡтар булманымы?

- Ундай осраҡтар булды. Яңы йыл үткәс, ҡышҡы каникулдарҙың тәүге көндәрендә Ирәндек тауының иң башына менергә яратам. Бер йыл дуҫым менән Мерәҫ ауылы яғынан Аҡминде шишмәһе буйлап күтәрелдек. Әлеге лә баяғы, йәйгеһен тәрилкәгә оҡшаш осоусы аппарат төшкән урынды барып ҡарарға булдыҡ. Ләкин шул ҡәҙәр көслө томан күтәрелде. Һөҙөмтәлә ҡайһы яҡҡа барырға белмәй аптырап ҡалдыҡ. Дуҫым Аҡминде йылғаһы һул яҡта ҡалды, ти, ә мин, киреһенсә, уң яҡта, тием. Аптырағас, икебеҙ бер йүнәлеш һайлап алдыҡ та, ҡалҡыулыҡҡа менеп тирә-яҡты байҡарға булдыҡ. Барып еткәйнек, тағы ла ҡайҙа барырға белмәй, аптырап туҡтап ҡалдыҡ. Дуҫым кире артҡа барайыҡ, ти ә мин алға, тием. Был юлы инде үҙебеҙ йөрөгән эҙҙәрҙе эҙләп табырға булдыҡ. Аҫҡа төшһәк, улар ҙа юҡ булған. Томан эсендә йөрөп-йөрөп, үҙебеҙҙең эҙҙәрҙе саҡ барып таптыҡ һәм Мерәҫкә кире төштөк. Шуның өсөн дә әгәр тәбиғәткә сығырға уйлаһағыҙ, мотлаҡ рәүештә ниндәйҙер ағас, таш, тәбиғәт күренешен хәтерегеҙҙә ҡалдырырға тырышығыҙ.

- Ғаиләң менән тәбиғәткә сәйәхәт итергә сығаһығыҙмы?

- Әлбиттә. Мөмкинлек булған һайын йыл әйләнәһенә ғаиләм менән сәйәхәт итәбеҙ. Балаларым беҙҙең тыуған яҡтың тәбиғәтен, тарихын белеп үҫергә тейеш. Китап, интернет аша өйрәнгәнгә ҡарағанда, үҙ күҙең менән барып күреп, тотоп ҡарап белгәнгә бер нәмә лә етмәй.

Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөн ер-һыу атамаларын, һәр ауылдың тарихын тергеҙеү, мәңгеләштереү буйынса эштәр бара. Ләкин оло быуын кешеләренең һөйләгәндәрен күберәк яҙып алып ҡалыу өҫтөндә эште йәнләндерергә ине. Киләсәк быуын уларҙы белеп үҫергә тейеш.

- Фәрит, ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Дөрөҫ, бөгөн һөйләгәндәр, күреп-белгәндәреңдең бер тамсыһы ғына. Ләкин улар ҙа оло баһаға лайыҡ.

Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.

Сит илгә барғансы, Баймаҡҡа килегеҙ
Сит илгә барғансы, Баймаҡҡа килегеҙ
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас