Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
2 Сентябрь , 10:40

Тәбиғәтте – киләсәк быуындарға

Республика етәкселеге Башҡортостанда геопарктарҙы һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен үҫтереүгә етди иғтибар бүлә. Был төбәктең уникаль тәбиғәт объекттарына иғтибарҙы йәлеп итә һәм уларҙы киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә.

Тәбиғәтте – киләсәк быуындарға
Тәбиғәтте – киләсәк быуындарға

Республика етәкселеге Башҡортостанда геопарктарҙы һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен үҫтереүгә етди иғтибар бүлә. Был төбәктең уникаль тәбиғәт объекттарына иғтибарҙы йәлеп итә һәм уларҙы киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә.

“Беҙ геопарктарҙы үҫтереү өсөн нигеҙ булдырҙыҡ. Республика халҡын һәм ҡунаҡтарҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн ошо яңы йүнәлештәр кәрәк. Шулай уҡ туристарға уңайлы шарттар булдырыу өсөн бизнесты йәлеп итеү мөһим, шул иҫәптән сит илдәрҙән дә. Был урындағы халыҡ өсөн яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Иң мөһиме - был эш тирә-яҡ мөхитте, археология ҡомартҡыларын, милли традицияларҙы һаҡлауға йүнәлтелгән”, - тип белдергәйне республика Башлығы Радий Хәбиров республиканың геопарктар буйынса Попечителлек советының икенсе ултырышында сығыш яһағанда.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең дөйөм майҙаны яҡынса 1 миллион гектарҙы тәшкил итә. Был төбәктең дөйөм майҙанының 7 процентына тап килә. Республиканың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре системаһы үҙ эсенә федераль, төбәк һәм урындағы әһәмиәттәге биләмәләрҙе ала. Федераль әһәмиәттәге территориялар 383 мең гектар, йәғни республиканың дөйөм майҙанының 2,68 процентын биләй. Төбәк әһәмиәтендәге территориялар 603 мең гектар, йәғни дөйөм майҙандың 4,2 процентын биләй. Урындағы әһәмиәттәге территориялар ни бары 0,68 мең гектар, йәғни дөйөм майҙандың 0,004 процентын биләй. Башҡортостан Республикаһында төрлө категориялы 217 махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе урынлашҡан. Улар араһында дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтары, милли парк, тәбиғәт парктары, дәүләт тәбиғәт заказниктары, тәбиғәт ҡомартҡылары һәм ботаника баҡсаһы бар.

Республиканың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре системаһына түбәндәгеләр инә:

  • федераль әһәмиәттәге биш айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе: Шүлгәнташ, Көньяҡ Урал, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтары, "Башҡортостан" милли паркы, Өфө ботаника баҡсаһы;
  • республика әһәмиәтендәге 211 айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе, шул иҫәптән 5 тәбиғәт паркы, 27 дәүләт тәбиғәт заказнигы һәм 179 тәбиғәт ҡомартҡыһы;
  • урындағы әһәмиәттәге айырым һаҡланған бер тәбиғәт биләмәһе - республиканың Ҡырмыҫҡалы районы биләмәһендәге “Оло Талпаҡ күле эргәһенең тирә-яғы”.

Туристик һәм рекреацион маҡсаттарҙа ҡулланыу потенциалы юғары булған тәбиғи-антропоген ландшафттарҙы һаҡлау һәм рациональ файҙаланыуҙы тәьмин итеү өсөн Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы урындағы әһәмиәттәге айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре категорияларын билдәләү тураһында закон сығарыу инициативаһы менән сығыш яһаны. Һүҙ туристик-рекреацион урындар, тәбиғәт резерваттары һәм һаҡланған тәбиғәт комплекстары кеүек категориялар тураһында бара. Был категориялар ағымдағы йылда республика ҡануниәте менән раҫланды.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: