Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
31 Май , 10:35

Июнгә ҡарата халыҡ һынамыштары

Иртәгә ЙӘЙ, ЙӘЙ башлана! Беҙҙе ниндәй йәй көтә? Халыҡ һынамыштарына күҙ һалайыҡ.

Июнь айына халыҡ һынамыштар

Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ.

Әгәр турғай үҙ ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була.

Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ.

Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп буласаҡ.

Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр.

Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙә булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ.

Июндә төндәр йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ.

Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла, ти халыҡ аҡылы.

 

1-2 июнь ямғырлы булһа – ай ҡоро килер.

3 июнь көнө ямғыр яуһа – илаҡ көҙгә.

4 июнь – көслө томан төшһә йәки ысыҡ булһа – уңышлы йыл килә.

5 июнь – ҡыярҙы асыҡ ергә ултыртырға мөмкин. Был көндән һуң ҡыяр сәсмәйҙәр.

6 июнь – ысын йәй башлана. Был көндән һуң ҡырау төшмәй, тип иҫәпләнә. Был көндө, ғәҙәттә, гөлемеш сәскә ата.

7 июнь – йүкә ағасы сәскә ата. Өрәктәр туҡтауһыҙ тауышланһа – ямғыр яуыр.

8 июнь – балыҡтар һыу өҫтөнә сығып уйнаһа – тиҙ ямғыр яумаҫ.

9 июнь – урман елһеҙ шаулаһа – ямғырға. Төнгө ысыҡ оҙаҡ кипмәһә – йәшенгә.

10 июнь – көн тыныс, елһеҙ булһа – мул уңыш көт.

11 июнь – кәкүк ҡысҡырһа – алдағы бер-ике көн матур торор.

12 июнь – ысыҡ шәп булһа – аяҙ көнгә. Кистән ысыҡ төшмәһә – иртәгә ямғыр яуыр.

13 июнь – ямғыр яуһа – ҡыш һыуыҡ булыр.

14 июнь – иртәнсәк салауат күпере сыҡһа – ямғыр яуыр. Иртән ҡояш ағарып ҡалҡһа – ямғырға.

15 июнь – һауа торошо матур булһа – сентябрь йылы килер.

16 июнь – иртәнге томан һыу өҫтөнә йәйелһә – ҡояшлы көн көтә.

17 июнь – ямғыр яуһа – ул ике-өс көнгә һуыҙыласаҡ.

18 июнь – үлән ғәҙәттәгенән хуш еҫле булһа – ямғырға.

19 июндән һуң үләндәрҙең үҫеше кәмей.

20 июнь – көн эҫе булһа – арыш уңыр.

21 июнь – күк күкрәһә – туҙанды ғына баҫыр. Ә йәшене лә булһа – көслө итеп яуыр.

22 июнь – иң оҙон көн, иң ҡыҫҡа төн. Был көндө бесәнгә төшкәндәр. Ер еләге бешә башлай.

23 июнь – салауат күпере сыҡһа – икмәк уңмаясаҡ.

24 июнь – томан һыу өҫтөнә йәйелһә – бәшмәк уңыр.

25 июнь – серәкәйҙәр өҫкә, бағана булып осһа – иртәгә ҡоро көн торор.

26 июнь – бал ҡорттары иртә менән эш башлаһа – көн матур торор.

27 июнь – тәлмәрйендәрҙең ҡоро ерҙә һикерешеүен күрһәгеҙ – ямғыр көтөгөҙ.

28 июнь – иртәндән ҡыҙҙырһа – кискә йәшенле ямғыр булыр.

29 июнь – ямғыр яуһа, уның тамсыһына ҡарағыҙ. Әгәр эре икән – ул иртәгә яумай, ваҡ ҡына булып һибәләп торһа – көн дауамына етер.

30 июнь – көн аяҙ булһа – йылы көҙ килә. Ямғыр яуһа – көҙ ҙә ямғырлы булыр.

Фото: ИИ Кандинский программаһы ярҙамында эшләнде: kandinsky-download-1710216727804

Июнгә ҡарата халыҡ һынамыштары
Июнгә ҡарата халыҡ һынамыштары
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: