Өлкәндәрҙең хәлен белешеү, уларға ярҙам итеү – сауаплы эш. Таулыҡай мәктәбе уҡыусылары быны бәләкәйҙән белеп үҫә. Ҡыҙҙар һәм егеттәр ирекмәндәр эшендә бик теләп ҡатнаша. Ошо көндәрҙә 9-сы класс егеттәре Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлде тәрбиәләне, ҡарын көрәп, юл һалдылар. Ә 5-се класс уҡыусылары класс етәксеһе Ғәзиз Йыһанур улы Байегетов менән хаҡлы ялдағы Гөлйәүһәр Салиховала булып, хәл белешеп, урамындағы ҡарҙы көрәне. 6-сы класс уҡыусылары класс етәкселәре Вилера Әхмәтдин ҡыҙы Ноғоманова менән Вәспиямал инәй Исхаҡоваға ярҙам итте. 8-се класс уҡыусылары класс етәксеһе Әлфиә Йәғәфәр ҡыҙы Исхаҡова менән мәктәптә оҙаҡ йылдар балаларға белем һәм тәрбиә биргән мәғариф ветераны Тәнзилә Кәрим ҡыҙына барып ҡыуандырып ҡайттылар. Тәнзилә Кәрим ҡыҙы мәктәптә эшләгән осорҙағы иҫтәлектәре менән бүлеште. Уҡыусыларға тырышып белем алырға, бәхетле киләсәк теләп оҙатып ҡалды.
Таулыҡайҙың иң әүҙем, өлгөр йәмәғәтселәре, ауылым, тип янып йәшәүсе ҡыҙҙары – Әнүзә Таһир ҡыҙы Азаматова менән Гөлназ Йәмил ҡыҙы Сәғәҙәтова Гәүһәр инәй Үҙәнбаеваның хәлен белеп, аралашып ҡайтты. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, теремек, зиһенле, алсаҡ инәй килене, ейәнсәрҙәре менән матур итеп йәшәй. “Әңгәмәләшеп, инәйҙең тормош юлын тыңлағандан һуң, оло быуын кешеләренең үткән ғүмер юлы, үҙе бер китаплыҡ икәненә инанаһың. Бәхетле ҡартлыҡ, балалар ҡыуанысы теләйбеҙ һеҙгә, Гәүһәр инәй!” – тип хушлашты ҡыҙҙар.
Ололарын ололаған илдең киләсәге өмөтлө, тиҙәр. Афарин уҡыусылар һәм Таулыҡайҙың уңған ҡыҙҙары!