Наил Райманов Ислам ауылында тыуып үҫкән. Ауылға “перспективаһыҙ” мөһөрө баҫылғас, ата-әсәһе Сәйғәфәр ауылына күсеп килә. Белемде ул урындағы мәктәптә ала, ә 9-сы һәм 10-сы кластарҙы Аҡморонда уҡый.
- Бала саҡтан килгән хыялымды хәрби комиссариат тормошҡа ашырҙы: мине Сибай ҡалаһындағы автомәктәптә “С” категорияһына уҡырға ебәрҙеләр, - тине Наил Йыһаннур улы. - Ике йыл автомобиль батальонында хеҙмәт иттем. Армияла водитель булып йөрөүҙең үҙ нескәлектәре бар. Шуға күрә лә тап ошо йүнәлештә хеҙмәт итеүемә ҡыуандым.
Наил Райманов 1985 йылда армиянан ҡайтҡас та хеҙмәт юлын “Баймаҡ” совхозында водитель булып башлай. Үҙенә талапсан, һәр ҡушылған эшкә яуаплы ҡарағаны һәм машинаһын һәр ваҡыт ремонтлап, төҙөк тотҡаны өсөн уға тағы ла яуаплыраҡ бурыс йөкмәтәләр. 1989 йылда пассажирҙар ташыу өсөн “Д” категорияһына уҡырға ебәрәләр. Шул ваҡыттан алып ул автобустарҙы йөрөтә башлай.
Совхоз тарҡалғас, Наил Йыһаннур улы Баймаҡ АТП-һына килә. Үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған водителде ҡушҡуллап ҡаршы алалар. Бында ул туғыҙ йыл эшләй. Уҡыусыларҙы йөрөтөп уҡытыу системаһы башланғас, Сәйғәфәр ауылы мәктәбе директоры Рәжәп Мырҙабулатов икеләнеп тә тормай Наил Раймановты эшкә саҡыра. Ул үҙе лә шатланып риза була. Сөнки йәшәгән ауылың өҫтөндә эшләү – иң отошлоһо, тип һанай.
Наил Райманов былтыр бер йыл мәғариф бүлегендә эшләп ала. Тәжрибә туплаған ышаныслы водителгә уҡыусыларҙы район һәм республика кимәлендәге төрлө конкурстарға, ярыштарға йөрөтөү бурысы һалына. Быйыл ул кире ауылына ҡайта һәм ҡайтанан уҡыусыларҙы иртәле-кисле мәктәпкә ташый башлай. Утыҙ туғыҙ йыл дөйөм хеҙмәт стажының ун йылын балаларҙы йөрөтөүгә бағышлаған.
Ысынлап та, Наил Райманов тәжрибәле, оҫта водитель. Быны 2019 йылда мәктәп автобустары водителдәре араһында уҙған конкурс та иҫбатлай. Унда ул икенсе урынды яулай. 2014 йылда Баймаҡ АТП-һында эшләгән дәүерендә “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тип табыла. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн III дәрәжә “Аварияһыҙ хеҙмәте өсөн” билдәһенә, күп һанлы Рәхмәт хаттарына, Почет грамоталарына лайыҡ була.
Тормош иптәше Дилә Әмир ҡыҙы ла мәктәптә эшләй – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Ғаиләлә ҡыҙ һәм ул тәрбиәләнеп үҫкән. Бөгөн улар Өфө ҡалаһында йәшәй.
Лилиә ТАКАЕВА