+11 °С
Облачно


“Районда юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса эште дауам итәбеҙ. Әлеге ваҡытта Баймаҡ — Сибай трассаһын ремонтлайбыҙ, ул күптән яңыртыуға мохтаж ине. Был Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министрлығы һәм Юл хужалығы идаралығы менән берлектә алып барылған эшебеҙ һөҙөмтәһе.
Эштәр барышын шәхсән барып тикшерҙем. Асфальтты һәр этапта бөтә ҡағиҙәләр буйынса сифатлы итеп һалыу мөһим. Тик шул осраҡта ғына юл бөтә водителдәр өсөн оҙаҡ һәм хәүефһеҙ хеҙмәт итәсәк”, - тип хәбәр итә район башлығы А.Иҙрисов социаль селтәрҙәрҙә.