Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
29 Сентябрь 2023, 17:20

Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә

Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән тип танылған ғаиләләр социаль ярҙамға иҫәп тота ала. Күп балалы ғаиләләрҙән сыҡҡан уҡыусыларҙы уҡыу йорттарында бушлай ашатыу, ял лагерҙарына бушлай путевкалар, мәктәп формаһы өсөн компенсация, беренсе класс уҡыусылары өсөн бушлай мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйылмаһы - шулар араһында...

Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә
Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә

👨‍👩‍👦‍👦Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән тип танылған ғаиләләр социаль ярҙамға иҫәп тота ала. Күп балалы ғаиләләрҙән сыҡҡан уҡыусыларҙы уҡыу йорттарында бушлай ашатыу, ял лагерҙарына бушлай путевкалар, мәктәп формаһы өсөн компенсация, беренсе класс уҡыусылары өсөн бушлай мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйылмаһы - шулар араһында.

👍Белешмәне нисек алырға:

Ғариза бирергә кәрәк. Быны Республика халыҡҡа ярҙам үҙәге сайты аша «Белешмәне алдан юллау» бүлегендә https://vk.cc/crhhPd йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталында «Ғаиләне аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына индереү тураһында белешмә биреү» бүлегендә https://vk.cc/crhhNG эшләргә мөмкин.

Уҡыу йортона белешмә килтерергә кәрәкмәй, сөнки балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм колледждар мәғлүмәттәрҙе үҙаллы һоратып ала.

8 (800) 1-00000-1 телефоны буйынса социаль ярҙам саралары буйынса ентеклерәк мәғлүмәт менән танышырға мөмкин.

Шылтыратыуҙар ҡабул итеү ваҡыты: дүшәмбенән кесе йомаға тиклем – 8:30 – 17:30, йома – 8:30 – 17:00.

Республика халҡы ғаиләгә ҡағылышлы барлыҡ һорауҙар менән һәм ярҙам һорап «Ғаилә» үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала: https://vk.cc/chDhBD

Шулай уҡ түбәндәгеләрҙе уҡығыҙ:

🛒 Бөтә республика буйынса 800-ҙән ашыу ойошма һәм магазин балалы ғаиләләр өсөн 5-10 процент ташлама бирә

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: