Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
18 Июль 2023, 10:35

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам итәйек

Баймаҡта пенал, рюкзак, альбом, дәфтәр, буяу һәм башҡа әйберҙәр С.Юлаев проспекты, 38 адресы буйынса “Ғаилә” үҙәгендә ҡабул ителә.

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам итәйек
Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам итәйек

Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда, «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» акцияһы башланды. Уның барышында күп балалы, аҙ тәьмин ителгән, мохтаж ғаиләләрҙең балалары уҡыу кәрәк-яраҡтары менән тәьмин ителә.

Был шәфҡәтлелек акцияһында һәр кем ҡатнаша ала. Мәктәп кәрәк-яраҡтарын ҡабул итеү өсөн төбәктәрҙә 4 меңдән ашыу махсус пункт ойошторолған. Баймаҡта пенал, рюкзак, альбом, дәфтәр, буяу һәм башҡа әйберҙәр С.Юлаев проспекты, 38 адресы буйынса “Ғаилә” үҙәгендә ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн тел.2-26-60.

Акцияға предприятиелар, ойошмалар, эшҡыуарҙар ихлас ҡушылыр, тип ышанабыҙ.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: