Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
3 Апрель 2023, 09:25

Ҡасан ремонтланыр?

Сибай ҡалаһына тиклем БАМ юлы ремонтланыр икән?..

Ҡасан ремонтланыр?
Ҡасан ремонтланыр?

БАМ юлын ремонтлауҙы һорайбыҙ

-Абҙаҡ һәм Әхмәр ауылдары халҡы мөрәжәғәт итә. Сибай ҡалаһына тиклем БАМ юлы ремонтланыр икән?

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Сибай-Кананикольск юлын (Сибай леспромхозынан алып Йылайыр рйаоны сигенә тиклем) 2024 йылда ремонтлау күҙ уңында тотола. Әле юлды район милкенә күсереү буйынса эштәр тамамлана.

Ҡолсора юлынан йөрөү мөмкин түгел

-Трассанан Ҡолсораға тиклемге юлды ҡасан ремонтларҙар икән? Һуңғы йылдарҙа унан йөрөү мөмкин түгел, айырыуса яҙ һәм көҙ айҙарында.

Район хакимиәте хәбәр итеүенсә, атап үтелгән юл Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идаралығы балансында һанала. Уны ремонтлауҙы һорап, район хакимиәте 20200 һәм 2023 йылдарҙа заявка ебәргән. Әлегә аныҡ ҡына яуап юҡ.

Азамат Мөхәмәтшин әҙерләне.

 

 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: