Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
17 Март 2022, 10:20

Түләүҙәр арта

Рәсәй властары яҡын арала минималь эш хаҡын, йәшәү минимумы күләмен, бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын, шулай уҡ бөтә социаль түләүҙәрҙе арттыра. Президент Владимир Путин шаршамбы Рәсәй субъекттарына социаль-иҡтисади ярҙам буйынса кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе.

«Хаҡтарҙың артыуы халыҡ кеҫәһенә һуғыуын аңлайым. Шуға күрә тиҙҙән социаль түләүҙәрҙе, шул иҫәптән пособиеларҙы һәм пенсияларҙы арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итербеҙ. Минималь эш хаҡын һәм йәшәү минимумын күтәрербеҙ, шулай уҡ бюджет өлкәһендә эш хаҡын арттырабыҙ», — тине ил башлығы.

Бынан тыш, ул хөкүмәткә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшһеҙ ҡалғандарға ярҙам сараларының һөҙөмтәлелеген анализларға ҡушты. Президент билдәләүенсә, бындай сараларҙы киңәйтергә кәрәк, шул иҫәптән социаль контракт механизмы иҫәбенә.

Түләүҙәр арта
Түләүҙәр арта
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: