Башҡортостан үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияның төп төрҙәре менән тәьмин ителгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, продукцияның ҡайһы бер төрҙәренә – шәкәргә, ярмаларға хаҡтар ҡапыл артты. Ләкин был ажиотаж һорау менән бәйле, һорау кәмеһә – хаҡ та төшә, тине республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
«Складтарҙа етерлек күләмдә шәкәр ҡомо бар, халыҡҡа уны күпләп һатып алырға, шул рәүешле яһалма дефицит тыуҙырырға кәрәкмәй, – тине аграр ведомство башлығы. – Сауҙа селтәрҙәре иң кәрәкле продукттары менән тәьмин итеү өсөн һөҙөмтәлерәк эшләргә тейеш».
Башҡортостан һәр ваҡыт үҙенең аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итте, тине вице-премьер.
«Ҡулланғанға ҡарағанда күберәк етештереүҙе дауам итербеҙ. Һөт ризыҡтары менән 130 процентҡа тәьмин ителгәнбеҙ, ит буйынса илдә алдынғы урынды биләйбеҙ, көнбағыш майын республика ҡулланғанға ҡарағанда 7 тапҡырға күберәк етештерә, ҡарабойҙай майҙанын арттырабыҙ», – тине Илшат Фәзрахманов.
Хөкүмәт вице-премьеры ҡала халҡын ял көндәрендә ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәләренә саҡырҙы. Аҙыҡ-түлек, ит, картуф, йәшелсәләрҙе сауҙа селтәрҙәренә ҡарағанда отошлораҡ хаҡҡа һатып алырға мөмкин, сөнки етештереүселәр аралашсыһыҙ һата, тип билдәләнеләр аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.