Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
17 Март 2022, 10:50

Һалымдарға ла льгота бар

Башҡортостанда йәшәүселәр 2022 йылдың 1 апреленә тиклем милек һалымы буйынса льготаларға ғариза бирә ала, тип хәбәр итте Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы...

Һалымдарға ла льгота бар
Һалымдарға ла льгота бар

Башҡортостанда йәшәүселәр 2022 йылдың 1 апреленә тиклем милек һалымы буйынса льготаларға ғариза бирә ала, тип хәбәр итте Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы.

Льготаларҙы Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси кабинетта, «Физик берәмектәрҙең һалымы» мобиль ҡушымтаһында йәки һалым органында, күп функциялы үҙәктә юлларға мөмкин. Ғариза тултырғанда раҫлаған документтың реквизиттарын күрһәтергә һәм уның сканын ҡушып һалырға кәрәк.

Пенсионерҙарға, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә һәм хәрби хәрәкәт ветерандарына льготалар алыу өсөн ғариза талап ителмәй.

Өҫтәмә мәғлүмәт — Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең берҙәм кол-үҙәгенең 8-800-222-22-22 номеры буйынса, шулай уҡ «Мөлкәт һалымдары буйынса ставкалар һәм льготалар тураһында белешмә мәғлүмәт» онлайн-сервисында.

Һалымдарға ла льгота бар
Һалымдарға ла льгота бар
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: