Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
17 Март 2025, 08:30

Яҙ килде, яҙ!

Тәүҙә тау биттәрен ҡарҙан әрсеп,Гөрөлдәтеп шыя-һыуҙарҙы,Яҙ килде, яҙ!Тәрән һулыш алды.Киң күкрәге тыныс ҡырҙарҙың.Яҙ килгәйне, сана ялға китте,Юл асылды йүгерек арбаға.Ағас ботаҡтарын бүлешә алмайСыр-сыу килде ҡара ҡарғалар.Яҙ килде, яҙ!Гүйә, бар донъяныҺағынылған бер хис уятты.Танауҙарҙы ярып килеп индеТәмле еҫе ҡара тупраҡтың...

Тәүҙә тау биттәрен ҡарҙан әрсеп,
Гөрөлдәтеп шыя-һыуҙарҙы,
Яҙ килде, яҙ!
Тәрән һулыш алды.
Киң күкрәге тыныс ҡырҙарҙың.
Яҙ килгәйне, сана ялға китте,
Юл асылды йүгерек арбаға.
Ағас ботаҡтарын бүлешә алмай
Сыр-сыу килде ҡара ҡарғалар.
Яҙ килде, яҙ!
Гүйә, бар донъяны
Һағынылған бер хис уятты.
Танауҙарҙы ярып килеп инде
Тәмле еҫе ҡара тупраҡтың.
Мин күҙ һалып торам болонлоҡҡа,
Һәм мин беләм: бына ошонда
Фиалка һәм ландыш булып ҡалҡыр
Беҙ һөртөнә торған хушбуйҙар.
Тағы гөрләп торор көн дә, төн дә
Киң баҫыуҙар, сиҙәм яландар.
Ырҙындарҙа ыңғырашмаҫ өсөн
Һайрашырҙар кешеләр һабанда.
(Р.Ниғмәти)

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас