Урынынан шылдырма!
Уйламағанда өйҙә барыбыҙ ҙа эләгеп-йығылып йөрөй башланыҡ. Ирем балаҫҡа эләгеп аяғын һындырҙы. Минең тән дә күм-күк. Ауырыу артынан ауырыу, ҡолау артынан йығылыу. Өйгә аят уҡытып алдым. Булманы. Күңелһеҙлектәр дауам итте. Хәҙер инде гөлдәремде төшөрөп яра башланым. Тырнаҡ осом тейеп ҡалһа ла, төшә лә ватылалар. Әхирәт бер ҡатындың телефонын биргәс ышанманым, шулай ҙа шылтыраттым.
Теге: “Өйөгөҙҙә оҙайлы йылдар бер урында ултырған әйберҙе урынынан шылдырғанһығыҙ. Шуны урынына ҡайтарһағыҙ, тыныслыҡ ҡайтыр”,-тине.
Уйланып ҡайттым. Бер нәмә шылдырған юҡ. Ирем дә “буш һүҙ” тине. Шул саҡ теген машинаһы иҫкә төштө! Беҙҙең бүлмәлә ултыра ине, соланға сығарҙым. Иремде һөйләндерә-һөйләндерә, теген машинаһы кире урынына килеп ултырҙы. Ике ай үтте. Өйҙә тыныс, рәхәт, эләкмәйбеҙ ҙә, ҡоламайбыҙ ҙа. Был ниндәй мөғжизә булды икән ул?
В.